#выбираемГлаву
#Башкортостан
#КУГАРЧИНСКИЙрайон
Һайлауҙа һәр кешенең - бәлиғ булған һәр граждандың тауышы мөһим. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаһына килә алмағандар ҙа (мәҫәлән, оло йәштә булып йөрөй алмаһа, физик мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле өйҙән сыға алмаһа) мөһим саранан ситтә ҡалмаҫҡа, һайлау хоҡуғы менән файҙалана алырға тейеш. Был осраҡта һайлау участкаһына килә алмағандарҙы йорттарына барып һайлатыу ысулы ҡаралған.
Беҙҙең районда йәшәүсе байтаҡ кеше тап ошо хоҡуҡ менән файҙаланған.