Мораҙым
+22 °С
Ясно
ҺАЙЛАУ
8 Сентября 2024, 08:00

Һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар

Тәүәкән социаль-мәҙәни үҙәгендә лә эш ғәҙәттәгесә бара: 2401-се участка комиссия ағзалары һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала.

Һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алаларҺәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар
Һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар

#выбираемГлаву
#Башкортостан
#КУГАРЧИНСКИЙрайон

#УИК2401

Һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар

Һайлау участкаларында бөгөн дә йәнлелек:  кемдер килә, кемдер сыға.

Тәүәкән социаль-мәҙәни үҙәгендә лә эш ғәҙәттәгесә бара: 2401-се участка комиссия ағзалары һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлдәр Әбдрәхимова әйтеүенсә, һайлауға килә алмағандарға үҙҙәре барып, тауыш бирҙергәндәр.

 Иң оло һайлаусылар – 1926 йылғы Миңнурый инәй Ғафарова (ул тыл хеҙмәтсәне, һуғыш ветеранының тол ҡатыны),  1931 йылғы Ғәфүрә инәй Әбдрәхимова, Миңнеғужа (Нурый) Ҡаразбаев.

 Участка һайлау комиссияһына тәртип һаҡсыһа ла ярҙам итә. Ул - Күмертау Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, сержанты Рамазан Әмекәсов.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас