Бөгөн район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 2390-сы һайлау участкаһы вәкилдәре һәм һайлау барышын яҡтыртҡан “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзите хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙең бәхетле мәленә шаһит булды:
Күгәрсен ауылы егете Инсаф Шәрипов менән Шишмә районы ҡыҙы Румия Йәнгәрәева законлы никахҡа инде.
Әйткәндәй, Инсафтың ата-әсәһе ике аҙна эсендә икенсегә туй үткәрә: теүәл ике аҙна элек кесе улдары Ильяс менән килендәре Гүзәлдең туй тантанаһы уҙған.
ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Зөфәр ҡыҙы Сафина үткәргән никах теркәү тантанаһы бик күңелле һәм матур үтте. Был юлдар авторы интервью алған арала беҙҙең шуҡ, етеҙ Азаматыбыҙ (“Кугарчинские вести” гәзите хәбәрсеһе) кейәү-кәләш менән иҫтәлеккә фотоға төшөп тә өлгөрҙө. Бик тиҙҙән, киләһе туйҙа кейәү булып баҫып торорға яҙһын, Азамат!
Бәхетле йәштәр, бәхетле атай-әсәй хаҡында иһә гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.