Тик ул быйыл һайлау участкаһына бара алманы, һайлау участкаһы ағзалары уға үҙҙәре килде.
Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында йәшәй ул 102 йәшлек Мөкәрәмә инәй Исхаҡова. Ул - педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Мөкәрәмә инәй - Ейәнсура районының Байыш ауылы ҡыҙы. Беҙҙең райондың Тәүәкән ауылына килен булып төшкән. Уның тормош иптәше Әхмәт Кинйәғәли улы Яхин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан һуң Дауыт-Ҡайып, Тәүәкән, Теләүембәт мәктәптәрендә уҡытҡан һәм директор булып эшләгән. Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы ла ғүмеренең күп өлөшөн балаларға белем биреүгә арнаған, уның педагогик хеҙмәт стажы – 38 йыл, география, химия һәм биология фәндәренән уҡытҡан.
- Балаларыма күсеп барғым килмәй - унда барһаң, эшләтмәйҙәр, ә мин ҡул ҡаушырып эшһеҙ ултырырға яратмайым. Шулай булһа ла ҡыш барырмын инде, - тигәйне инәй бынан ике-өс йыл самаһы элек аралашҡанда. Әйикәндәй, ул 95 йәшенә тиклем һыйыр тотҡан.
Һаман да эшһеҙ тора алмай икән инәй: комиссия ағзалары килгәндә лә ул картуф менән булышҡан. Әлбиттә, был эштәргә ул балалары күрмәгәндә генә тотона. Күҙҙәр генә теймәһен, Мөкәрәмә инәй!