Һәр ваҡыт кешеләр араһында булған, теге йәки был ваҡиғаны, йәмәғәт тормошон ваҡытында яҡтыртҡан журналистарға әүҙем гражданлыҡ позицияһы хас. Бөгөн дә беҙ иң тәүгеләрҙән булып, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ менән файҙаланыу өсөн һайлау участкаларына ашыҡтыҡ. Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоттоҡ тиһәң дә була: тауыш та бирҙек, һайлау барышы менән дә таныштыҡ.
Шулай ҙа хөрмәтле коллегаларыбыҙ - “Кугарчинские вести” гәзите хәбәрсеһе, матбуғат аҡһаҡалы Анатолий Сергеевич Казаков менән “Кугарчи ТВ” телевидениеһы етәксеһе Ринат Кәрим улы Әлимғужин беҙҙең арала иң өлгөрҙәре булып сыҡты. Афарин, коллегалар!