Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ҺАЙЛАУ
6 Сентябрь 2024, 06:05

Тауыш биреүселәр араһында өс фатир, машина һәм башҡа бүләктәр уйнатыла!

Бөгөн, иртәгә һәм иртәнән һуң, йәғни  6, 7 һәм 8 сентябрҙә  һайлау участкаларына килгән һәр кемгә “Рәхмәт-2024” акцияһы барышында  бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар бирелә. Акцияла ҡатнашыу шарттары ябай:

Тауыш биреүселәр араһында өс фатир, машина һәм башҡа бүләктәр уйнатыла!Тауыш биреүселәр араһында өс фатир, машина һәм башҡа бүләктәр уйнатыла!
Тауыш биреүселәр араһында өс фатир, машина һәм башҡа бүләктәр уйнатыла!

«Башҡортостан Республикаһының «Алға-патриот» спорт-патриотик үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы традицияға әйләнгән «Рәхмәт-2024» акцияһын уҙғара.

 

Участкаға килеүселәр үҙенсәлекле код яҙылған билеттар аласаҡ. Бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн уны рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк. Бүләктәр фондында квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, телевизор, ноутбук, планшет, телефон һәм робот-саң һурҙырғыс кеүек техника бар.
 Бүләк уйнатыу көнөнә ике тапҡыр – 6 сентябрҙә 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 7 сентябрҙә 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 8 сентябрҙә 14.00 сәғәттә үтәсәк.

 

Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыуға хоҡуҡты юғалтмау өсөн QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.


13 сентябрҙә бөтә теркәлгән билеттар Башҡортостан Юлдаш каналында тура эфирҙа үтәсәк «Ҙур рәхмәт» суперприздар уйнатыу сараһында ҡатнашасаҡ. Бүләктәр исемлегендә өс фатир, машиналар, бөтә ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостандың шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар бар.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас