Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 2390-сы һайлау участкаһында иртән үк йәнлелек һиҙелде. Участка рәйесе Гүзәлиә Ҡотлобаева сараға килеүсе өлкәндәргә, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә бал, тәмлекәситәр кеүек бүләк биреп ҡыуандырыу яйын да тапҡан хатта. “Кәзәһе түгел, мәҙәге ҡиммәт” тигәндәй, бүләгенән бигерәк иғтибар, хөрмәт мөһим! Афарин, Гүзәлиә Митдин ҡыҙы!
Бында яңғыраған музыка, комиссия ағзаларының һәр кемгә иғтибарлы булыуы үҙе үк кәйефте күтәрә, байрам мөхитен тыуҙыра. Әйткәндәй, дәртле йырҙарға түҙмәй, тышта бейергә төшкән гүзәл зат та бар ине. Үкенескә күрә, ул “оялам” тип, фотоға төшөүҙән ҡырҡа баш тартты.