Участка һайлау комиссиялары ағзалары өйҙән-өйгә йөрөйәсәк:
- ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләү өсөн;
- һайлау участкаһының адресын хәбәр итеү өсөн;
- сәләмәтлек торошо йәки башҡа сәбәптәр буйынса участкаға килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итеү өсөн.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһы үҙе менән танытма һәм кәрәкле полиграфия продукцияһы аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда тауыш биреү көндәре - 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.
Бөтәһе 218 һайлау кампанияһы:
- Башҡортостан Башлығын һайлау;
- Өфөнөң 54-се бер мандатлы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатты өҫтәмә һайлау;
- ҡала, район һәм ауыл Советтарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания.