Нәзифә Сәйетҡол ауылының уңған килендәренең береһе. Бөгөнгө көндә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшләй. Яугир ҡатыны ул, тормош иптәше махсус хәрби операцияла. Йырға-моңға маһир, ауылдағы бер мәҙәни кисә лә унһыҙ үтмәй тип әйтергә була. Бар яҡлап тә әүҙем Нәзифә, кешеләр хаҡында яҙған йөкмәткеле мәҡәләләре гәзитебеҙҙә донъя күрә килә.
Сорғояҙ ауылында тыуып үҫкән Мәҙинә апай иһә оҙаҡ йылдар Яңы Хвалында йәшәй, китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
-Яҙған шиғырҙарым байтаҡ, һуңғы арала һеҙгә ебәрергә ҡул теймәй тора, - ти ул.
Гөлшат апай Ишбулдинаны гәзит уҡыусылар хикәйәләре аша танып белә. Ул байтаҡ йылдар З.Биишева мәктәбендә китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.