Рима апай оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләгән, Ғәлийән ағай иһә хаҡлы ялға сыҡҡансы тәбиғәт паркында инспектор булып тир түккән. 3 бала үҫтергән парҙың бөгөн инде 8 ейән-ейәнсәре бар.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе Луиза Ирәндек ҡыҙы Моталлапова һәм уның урынбаҫары Рәмилә Хәсән ҡыҙы Китикова әйтеүенсә, ауылдан иң тәүгеләрҙән булып үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә районда билдәле йырсы Миңнияр Солтанбаев һәм уның ҡатыны Фәриҙә апай килгән.
Әйткәндәй, ауылдың иң оло һайлаусылары - 1930 йылғы Хәкимова Диләфрүз инәй менән 1932 йылғы Китиков Әхмәҙулла Ғимаҙи улы. Ғимаҙи бабай оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һайлауға үҙе килгән.