Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ҺАЙЛАУ
16 Март 2024, 07:35

Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?

Һайлау участкаларында бөгөн дә йәнлелек:  кемдер килә, кемдер сыға. #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024

Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?
Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?

Сәйетҡол социаль-мәҙәни үҙәгендә лә эш ғәҙәттәгесә бара: 2422-се участка комиссия ағзалары һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлфирә Әхәт ҡыҙы Сәлихова менән уның урынбаҫарыСафуан Айрат улы Рафиҡов әйтеүенсә, һайлауға килә алмағандарға үҙҙәре барып, тауыш бирҙергәндәр. Был участкала йәмғеһе 258 кеше тауыш бирә ала.

 Күптәр оло йәштә булһа ла, үҙҙәре килергә тырыша икән. Мәҫәлән,  Бикеш ауылынан 87 йәшлек Павел Кузичкин һәм уның ҡатыны Александра килеп, үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Яңы Покровка төп дөйөм белем биреү мәктәбендә иһә 2392-се һайлау участкаһы урынлашҡан. Бында Яңы Покровка һәм Яҡшембәт ауылдарында теркәлгән 220 кеше тауыш бирә ала.

Участка һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Ришат улы Илмөхәмәтов әйтеүенсә, күптәр кисә үк үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас