+28 °С
Болотло
Ибраһим ауыл клубында урынлашҡан 2436-сы һайлау участкаһында иртәндән алып кеше өҙөлмәй. Шулай булмай һуң, ил өсөн үтә мөһим ваҡиғанан ауыл халҡы ситтә ҡалып өйрәнмәгән! Иң беренсе булып һайлауға социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Эльвира Абдуллина менән хаҡлы ялдағы Рәшит Һабашев, ситтә эшләүсе Ильмир Абдуллин килгән.
Оҙаҡ йылдар урындағы мәҙәниәт усағын етәкләгән Фәниә апай Нарбикова ла сараның юғары рухта үтеүен билдәләне.