Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ҺАЙЛАУ
15 Март 2024, 14:15

Оло байрам, кесе туй!

Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, һайлау бала саҡтан ниндәйҙер бер байрам кеүек иҫтә ҡалған. Иртә менән һайлауға барған атайым менән әсәйем бер йылды бер түгел, ике торт күтәреп ҡайтҡайны. 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдар башында ауыл кибеттәрендә (һәр хәлдә беҙҙең ауылда) бындай тәмлекәс бик һирәк күренеш булғас, беҙ, өйҙәге ыбыр-сыбыр, ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерҙек. Шулай булмай һуң, был инде әсәй менән өләсәйҙең балан йә алма бәлеше түгел, ә ысын торт, өҫтөндә ап-алһыу ғына сәскәләре ни тора! Хәҙер генә ул, тортты ҡабып та ҡарағы килмәй, ул ваҡытта иһә... #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024#ВыбираемПрезидента #Башкортостан

Оло байрам, кесе туй!Оло байрам, кесе туй!
Оло байрам, кесе туй!

...  Моҡастар, яңауылдар, санъяптар әле һаман боронғо матур йоланы дауам итә – самауыр сәйе ҡайнатып, һайлаусыларҙы ҡотларға ла, мини- йәрминкә ойошторорға ла яй тапҡандар. “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең инде уларға!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас