Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 2435-се һайлау участкаһы урынлашҡан. Комиссия рәйесе Азамат Алламоратов та, уның урынбаҫары Резеда Айытҡужина ла, комиссияның башҡа ағзалары ла урындағы халыҡты яҡшы белә. Беҙҙекеләр һайлауға килмәй ҡалғаны юҡ, йыл да әүҙемлек күрһәтәләр, ти улар.
Рәмзиә апай сирек быуат “Искра” совхозында һауынсы булып эшләгән. Уның тормош иптәше Муса Хәйбулла улы ла намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, ул өҫтә атап киткән хужалыҡта шофер, инженер булып тир түккән. Миңлебаевтар хәҙер инде хаҡлы ялда. Күркәм пар 4 бала үҫтергән, 13 ейән-ейәнсәре бар. Хаҡлы ялдабыҙ, тип ҡул ҡаушырып ятмайҙар улар, бөгөнгө көндә өй һалалар, бына тигән хужалыҡтары бар.