Һынсыл ҡарашлы Фатима апайҙы уҡытыусы тип уйлағайныҡ, яңылышмағанбыҙ икән: ул оҙаҡ йылдар балаларға математиканан белем биргән, ауыл Советы секретары булып эшләгән.
Күптәр хәтерләйҙер: элек ауыл Советына бик күп эштәр йөкмәтелгәйне. Хәҙер күп функциялы үҙәк, ЗАГС башҡарған эштәр ҙең күбеһе улар елкәһендә булды. Унан тыш, хәрби иҫәп алып барыу, һайлау кеүек мәшәҡәттәрҙе лә улар атҡарҙылар. Ҡасандыр ошо эштәрҙе башҡарған һәм бай хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған Фатима апай: “Ни йөрәгең менән түҙеп өйҙә ятмаҡ кәрәк! Һайлауҙан ҡалған юҡ”, - ти. Әйткәндәй, уның хеҙмәт стажы 38 (!) йыл.