Мораҙым
+28 °С
Болотло
ҺАЙЛАУ
10 Сентябрь 2023, 11:52

Исемдәр ҙә әүҙем тауыш бирҙе

 Исем күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2425-се участкаһында ла эш гөрләй. “Халыҡтың иң әүҙем өлөшө төшкә тиклем тауыш биреп өлгөрҙө”, - тип белдерҙе участка һайлау комиссияһы рәйесе Тәлғәт Сәлихов.  Иң тәүгеләрҙән булып күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең художество етәксеһе Наталья Ишҡыуатова, иң беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусы йәштәр араһынан Наҙгөл Фәйрушина, Алина Рәхимова тауыш биргән.

Исемдәр ҙә әүҙем тауыш бирҙеИсемдәр ҙә әүҙем тауыш бирҙе
Исемдәр ҙә әүҙем тауыш бирҙе

 Эш сәфәре менән сыҡҡанда беҙ иһә һайлау участкаһында ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған  Людмила Чернованы, Исем ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Любовь Кошкинаны тап иттек. Мәғариф өлкәһендә эшләгәндәр айырыуса ил яҙмышына битараф түгел, һайлау улар өсөн ҙур яуаплылыҡ булып тора.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас