Мораҙым
+21 °С
Болотло
ҺАЙЛАУ
10 Сентябрь 2023, 06:05

Иң тәүгеләрҙән булып

 Берҙәм Һайлау көнөндә кемдең йөрәге түҙеп өйҙә ултырһын инде?  Мораҡ ауылының Достоевский урамында йәшәүсе Валентина менән Александр Панафединдар “Гарантстрой” йәмғиәте бинаһында урынлашҡан 2389-сы һайлау участкаһына иртәнге 7-гә үк килеп үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Иң тәүгеләрҙән булыпИң тәүгеләрҙән булып
Иң тәүгеләрҙән булып

 Валентина Егоровна Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә уның тормош иптәше урындағы янғын һағында эшләй. Ҡәтғи тәртипкә өйрәнгән намыҫлы эшсәндәргә тауыш бирергә иң тәүгеләрҙән булып килгәндәре өсөн 2389-сы һайлау участка комиссияһы рәйесе Самат Ишмәтов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас