

Беренсегә һайлауҙа ҡатнашыусы йәштәр араһынан иң тәүге булып Мәләүез индустриаль колледжы студенты Алмаз Әбдрәхманов тауыш бирергә килгән.
Төштән һуң да участканан кеше өҙөлмәне. Әсәле-уллы Зөлфиә менән Мортаза Сәлиховтар ҙа күтәренке кәйеф менән килеп, үҙ тауышын бирҙе. Баҡтиһәң, Мортаза Өфө аграр университетының агрономия бүлегендә уҡый икән. Тимәк, киләсәктә, бәлки, районға эшкә яҡшы белгес ҡайтыр тигән өмөт бар.
Клуб алдында уйын майҙансығында балаларҙың байтаҡ икәнен күреп тә күңел ҡыуанды. Шат балалар тауышы тынмай икән,- тимәк, ауыл йәшәй, тормош дауам итә!