+21 °С
Облачно


Мәҙинә Хәмзә ҡыҙының 45 йыл ғүмере Салауат ҡалаһындағы химзаводта намыҫлы хеҙмәт күрһәтеп үткән. Игебайҙа тыуып үҫкән мөләйем зат хәҙер Ибрай ауылын төйәк иткән. Һайлауға килеп, Ибрай ауылы ФАП-ы фельдшеры Зимфира Бүкәнбаеванан ҡан баҫымын да үлсәтеп китте улар.
Алсаҡ йөҙлө, киң күңелле шул ауыл кешеләре! Һайлауға ла байрам кәйефендә килеп, тирә-яҡҡа нур өләшәләр.