Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
18 Сентябрь 2021, 14:05

Илебеҙ тыныслығы өсөн тауыш бирәбеҙ!

 Өлкән быуын вәкилдәре һайлауға айырыуса етди ҡарай шул. Бына, Багдашкин ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы – педагогик хеҙмәт ветераны Ниғмәтуллин Ғайфулла Сәхиулла улы ла иңгә-иң терәшеп тормош юлын парлап үткән Нәҡиә Шәфиҡ ҡыҙы менән үҙ участкаларына етәкләшеп килеп инде. - Ике аяҡ-ҡулыбыҙ иҫән булғанда, нисек итеп өйҙә комиссиянан килеүҙәрен көтөп ултырмаҡ кәрәк?!. Беҙ бөгөн илебеҙҙең тыныслығы өсөн тауыш бирергә килдек. Иң мөһиме – ерҙә тыныслыҡ булһын! – ти улар бер тауыштан.

Илебеҙ тыныслығы өсөн тауыш бирәбеҙ!
Илебеҙ тыныслығы өсөн тауыш бирәбеҙ!

 Нәҡиә менән Ғайфулла Ниғмәтуллиндар өс балаға ғүмер бүләк итеп, ғорурланырҙай ул-ҡыҙҙар үҫтергән. Улдары баш ҡаланы төйәк иткән, икеһе лә һөнәрле, матур ғаиләле. Ҡыҙҙары – Гүзәл “Уралҡай” балалар баҡсаһының намыҫлы эшсәне икән. Хөрмәтле ветеран 41 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған. 16 йыл Яңы Хвалын мәктәбе директоры, аҙаҡ уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларын ҙур намыҫ менән башҡарған.

 Өлкәндәр тынғыһыҙ йәнле шул. Күптәре килеп тауыш биреп өлгөрҙө инде, ҡалғандарына хәҙер төштән һуң өйҙәренә барабыҙ, - тип белдерҙе был ауылда урынлашҡан һайлау участкаһы рәйесе Рәсимә Зәитова.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: