Мораҙым
+25 °С
Облачно
ҺАЙЛАУ
1 Июля 2020, 12:49

Һайлау көнөндә республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәбе янында ла иртәнгә сәғәт 10-да бындай сара үтте.

1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәбе янында ла ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Сара фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар өсөн генә түгел, шулай уҡ ябай халыҡ өсөн дә отошло. Тәүгеләр экологик яҡтан таҙа булған продукцияны ауыл кешеләренә һата алһа, икенселәр етештереүселәр менән туранан-тура һөйләшеп, сауҙалаша ала. Әйткәндәй, был көндө республикалағы 300 майҙансыҡта 16 мең бушлай һатыу итеү урындары булдырылған.
Мораҡта "Тәүәкән" йәмғиәте, "Октябрь" менән "Дикий мед" кооперативтары, шәхси эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр үҙ тауарҙарын - һыйыр һәм сусҡа итен, йәшелсә-емеш, балыҡ, бәлештәр, көнбағыш майын һәм башҡаларҙы тәҡдим итте.
Автор фотолары.
Читайте нас