Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
8 Сентябрь 2019, 13:16

Республикала Хөкүмәте һайлауҙан һуң отставкаға сыға

Республикала Хөкүмәте һайлауҙан һуң отставкаға сыға Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө статьяһына һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Законының 30-сы статьяһына ярашлы, республика Хөкүмәте яңынан вазифаға тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында үҙ вәкәләттәрен һала.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө статьяһына һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Законының 30-сы статьяһына ярашлы, республика Хөкүмәте яңынан вазифаға тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында үҙ вәкәләттәрен һала.
Һайлау комиссияһы тауыш биреүгә рәсми йомғаҡ яһағас, инаугурация датаһы билдәләнә. Унда һайланып ҡуйылған республика Башлығы ике телдә Рәсәй Федерацияһы халҡына һәм конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы конституцияһына тоғролоҡҡа ант бирә.
Уның тексы ошондай: «Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен гарантияларға ант итәм».
Шунан һуң һайланып ҡуйылған республика Башлығы рәсми рәүештә вазифаһын башҡара башлай һәм бөтә хөкүмәт отставкаға сыға — закон шуны талап итә.
Министрҙар яңылары тәғәйенләнгәнсе вазифа башҡарыусы тигән ҡушылма менән эшләй.
Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми һөҙөмтәләрҙе һайлауҙан һуң 10 көн дауамында баҫтырып сығара.
Читайте нас: