Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 59,3 проценты тауыш бирҙе. Берҙәм тауыш биреү көнө барышы тураһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, әлегәТәтешле районында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтә. Ағымдағы ваҡытҡа унда һайлаусыларҙың 92 проценттан ашыуы тауыш бирҙе. Миәкә һәм Салауат районы халҡы ла әүҙем. Унда һайлауға килеү күрһәткесе — 81 һәм 78 процент.
Ҡала округтары буйынса Күмертау һәм Сибай алда бара. Киске 6-ға унда һайлаусыларҙың 60 проценты һайлау участкаларына килде.
Өфөлә, Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡытҡа килеү 51 процент тәшкил итте.
Тауыш биреү дауам итә. Бөгөн һайлау участкалары киске 9-ға хәтлем эшләй.