Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
8 Сентябрь 2019, 23:45

Берҙәм тауыш биреү көнөнән 101 йәшлек һуғыш һәм тыл ветераны ла ситтә ҡалманы

Берҙәм тауыш биреү көнөнән 101 йәшлек һуғыш һәм тыл ветераны ла ситтә ҡалманы Ул Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәй. Сталинград ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан Татьяна Колесникова ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен тимер юлын төҙөүгә арнаған.

Ул Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәй. Сталинград ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан Татьяна Колесникова ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен тимер юлын төҙөүгә арнаған.


Оло йәштәге ханым республика башлығын үҙ фатирында һайлап, бюллетенен күсмә йәшниккә төшөрҙө. Һайлау комиссияһы ағзалары, шул иҫәптән республиканың төп телеканалы исеменән үҙ күстәнәстәрен тапшырҙы.
Өфөнөң Дим биҫтәһенә ҡараған 114-се һайлау участкаһының комиссия ағзалары күсмә йәшник менән 46 кешегә сыҡты. Бының өсөн һайлаусыларға алдан хәбәр итеү шарт ине. Ҡағиҙә буйынса йәшниктәр үтә күренмәле һәм мисәтләнгән булырға тейеш.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас: