Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
8 Сентябрь 2019, 10:05

Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола

Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола. Шуларҙың 410-ы — Өфөлә, 69-ы территориаль һайлау комиссиялары муниципалитеттарында. Трансляциялар «Наш выбор» порталында ойошторола. Ул 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән эшләй башлай.

Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола. Шуларҙың 410-ы — Өфөлә, 69-ы территориаль һайлау комиссиялары муниципалитеттарында. Трансляциялар «Наш выбор» порталында ойошторола. Ул 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән эшләй башлай.
2019 йылдың 8 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә бөтәһе 69 территориаль һәм 3434 участка һайлау комиссияһы ҡатнаша.
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында 334 мең 424 һайлаусы (10,97 процент) тауыш бирә.
Комплекстар 225 һайлау участкаһында эшләй. 8 сентябрҙә бөтә участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдарын әҙерләгәндә машина уҡый алған код (QR-код) технологияһын ҡуллана.
Читайте нас: