Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
30 Август 2019, 11:24

Берҙәм тауыш биреү көнөнөң яңылыҡтары тураһында

2019 йылдың 8 сентябрендә республикала Башҡортостан Республикаһы Башлығын, райондың бөтә 20 ауыл биләмәһендә ауыл Советы депутаттарын һайлау үтә. Был һайлауҙарҙың үҙенсәләге нимәлә, улар нисек үтә һәм беҙҙең районда һайлауҙарға әҙерлек нисек бара? Ошо һәм башҡа һорауҙарға райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Андрей Путенихин яуап бирә.

2019 йылдың 8 сентябрендә республикала Башҡортостан Республикаһы Башлығын, райондың бөтә 20 ауыл биләмәһендә ауыл Советы депутаттарын һайлау үтә. Был һайлауҙарҙың үҙенсәләге нимәлә, улар нисек үтә һәм беҙҙең районда һайлауҙарға әҙерлек нисек бара? Ошо һәм башҡа һорауҙарға райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Андрей Путенихин яуап бирә.


- Андрей Геннадьевич, сентябрь һайлауҙары нисек үтә, яңылыҡтар бармы?

- Һайлау ваҡыты 2 сәғәткә оҙайтылды. Яңы законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһында тауыш биреү иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем ойоштороласаҡ (был тәү сиратта һайлаусыларҙың уңайлығы өсөн эшләнде).

Уҡыу учреждениелары етәкселәре тарафынан көндөҙгө бүлектә уҡыусы һәм торған урыны буйынса (место пребывания) теркәлгән (уҡыу ойошмаһының ятаҡханаларында) һайлаусылар тураһында мәғлүмәттәр туплау нормаһы юҡҡа сығарылды. Студенттар өсөн хәҙер “мобиль һайлаусы” ғына эшләй. Шуға күрә беҙҙең район студенттарын был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, ә хәҙер үк ошо механизмды ҡулланырға саҡырабыҙ.

2019 йылдың 8 сентябрендәге Берҙәм һайлау көнөндә беҙҙең район һайлаусылары булған урыны (место нахождения) буйынса тауыш бирә ала:

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауҙарында – республика территорияһындағы теләгән һайлау участкаһында. Уның өсөн 2019 йылдың 24 июленән 4 сентябренә тиклем булған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү өсөн теләгән территориаль һайлау комиссияһында, күп функциялы үҙәктә, дәүләт хеҙммәттәре порталында ғариза бирергә кәрәк.

Шуны айырым билдәләп үтергә кәрәк, ауыл биләмәләренең ауыл Советтарына депутаттар һайлау өсөн 2019 йылдың 28 авгусынан теркәү буйынса участка һайлау комиссияларында алдан тауыш биреү процедураһы эшләйәсәк.

Рәсәй Федерацияның енәйәти-процессуаль кодексына ярашлы, һайлау бинаһына барыу мөмкинлеген юҡ итеүсе хөкөм сараһы (домашний арест) ҡулланылған һайлаусылар өсөн бинанан ситтә тауыш биреү мөмкинлеге бар.

- Мораҡ ауылында яңы һайлау участкаһы барлыҡҡа килде.

- Эйе, 2415-се участка “Уралҡай” балалар баҡсаһы базаһында эшләйәсәк. Уға Йәштәр биҫтәһе тулыһынса, шулай уҡ 1-се Май, Еңеү, Шәфиев, Сәскәле, Төҙөүселәр, Энтузиастар, С.Алсынбаев, Бекетов, Жувасин, Йәшел, Шоссе, Яңы һәм Болонло урамдары инә.

Мораҡ ауылында һайлау участкаларының сиктәре үҙгәрҙе, Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалынан алып Мораҡ 1-се урта мәктәбенә тиклемге Блюхер һәм З.Биишева урамдары хәҙер 2386-сы һайлау участкаһына (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) ҡарай. Йомағужа ауылында һәм Йомағужа ауыл биләмәһендә шулай сик үҙгәрештәре бар.

Һайлау участкаларының һандары һәм сиктәре билдәләнгән, тауыш биреү өсөн биналарҙың адресы һәм телефон номерҙары күрһәтелгән исемлек “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренең 31 майҙағы 44-се һанында баҫылды. Мәғлүмәтте район хакимиәтенең рәсми сайтында “Территориаль һайлау комиссияһы” бүлегендә алырға мөмкин. Шунда уҡ ауыл биләмәләренең Совет округтары сиктәре тураһында ҡарар ҡушымталары текстары бар.

- Районда һайлаусылар күпме?

- 2019 йылдың 1 июленә ҡарата һайлаусылар һаны – 24107 кеше. Уларҙың 379-ы – район территорияһында теркәлгән, быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ йәштәр. Элекке кеүек тауыш биреү көнөнә 18 йәше тулған һәм һайлаусылар исемлегенә индерелгән Рәсәй Федерацияһы граждандары йәшәгән урыны буйынса теркәлгән территорияла урынлашҡан һайлау участкаларында тауыш бирә ала.

- Тауыш биреү нисек үтә?

- Алда әйтеп үткән ҡарарға ярашлы, ул шул уҡ һайлау участкаларында үтәсәк. Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссия ағзалары йорттар буйлап йөрөп сыҡты, һайлаусылар исемлегенең дөрөҫлөгөн тикшереүгә саҡырыуҙар таратылды. Сентябрь башында бөтәһе лә һайлауға саҡырыуҙар аласаҡ, унда тауыш биреүҙең датаһы, ваҡыты һәм урыны күрһәтеләсәк.

Берҙәм һайлау көнөндә районда йәшәүселәр участка һайлау комиссияһында ике бюллетень ала: береһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы кандидатына тауыш биреү өсөн; икенсеһе – ауыл биләмәһе ауыл Советы депутатын һайлау өсөн.

Район территорияһында 65 участка һайлау комиссияһы ойошторолған, уларҙа 358 кеше эшләй.

- Әлеге ваҡытта комиссиялар ниндәй режимда эшләй?

*Территориаль һайлау комиссияһы:

2019 йылдың 24 июленән 6 сентябренә тиклем (ул көндө лә индереп):

- эш көндәрендә: 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ);

- ял һәм байрам көндәрендә: 10 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ).

2019 йылдың 7 сентябрендә:

- 9 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ) эшләй. Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы, 15, 1-се бүлмә. Т.8 (34789) 12-14-43.

*Участка һайлау комиссиялары:

2019 йылдың 28 авгусынан 6 сентябренә тиклем (ул көндө лә индереп):

- эш көндәрендә: 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ);

ял һәм байрам көндәрендә: 10 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ).

2019 йылдың 7 сентябрендә:

- 9 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ) эшләй.

- Һайлаусыларға теләктәрегеҙ.

- Беҙҙең район һайлаусыларын Рәсәй Федерацияһы Коституцияһы тарафынан бирелгән хоҡуҡ менән әүҙем файҙаланырға саҡырам.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.

Читайте нас: