

Гөлгөнә Салауат ҡыҙы Ибраһим ауылында (Өмөтбай) 1968 йылдың 7 октябрендә эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә яҡты донъға килгән. Әсәһе Шәүрә Зәкәриә ҡыҙы ғүмер баҡый һауынсы һөнәрен ҙур намыҫ менән башҡара, атаһы Салауат Ташбулат улы Йосопбаев та оҙаҡ йылдар совхозда бил бөгөп, аҙаҡ “Үркәс” урман хужалығы пилорамаһында эшләп хаҡлы ялға сыға (баҡыйлыҡҡа күсеүенә ике йыл була). Өс ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, Гөлгөнә бик иртә ата-әсәһенең ҡул араһына инә, ҡустылары һәм һылыуҙары өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойоп, әсәһенә бүленгән сөгөлдөрөн дә гектарлап утап, һыйырын да һауышып ауыл эше менән сынығып буй еткерә.
Кесе йәшенән аҡ халат кейгәндәргә тәрән ихтирам тойоп, үҫкәс үҙе лә халыҡҡа шәфҡәт нурын өләшергә хыялланған Гөлгөнә медицина юлын һайлай һәм быға үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа үкенмәй. 1987 йылда Өфө 1-се һанлы медицина училищеһын уңышлы тамамлап, ашҡынып тыуған яғына эшкә ҡайта. Йәш белгескә Наил Сәғитов, Әхәт Киленбаев, Хәниф Псәнчин, ауылдашы Илгиз Аллағужин кеүек оҫта хирургтар менән эшләү бәхете тейә. Оҙаҡ йылдар реанимация бүлегендә эшләгән осоронда улар менән бер сафтан күпме кеше ғүмерен үлемдән йолоп ҡалыуға үҙ өлөшөн тос индерә, ауыр операцияларҙан, юл йәиһә башҡа фажиғәле хәл-ваҡиғаларҙан һуң пациенттарға өр-яңынан аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Ә 2019 йылдан иңдәренә хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы кеүек яуаплы вазифа йөкмәтелгәс, уның алдында отделениелағы шәфҡәт туташтары, санитарҙар эшен ойоштороу, уларҙың хеҙмәте, ундағы таҙалыҡ өсөн яуап тотоу кеүек бурыстар ята. Әммә кешеләрҙе ихлас яратҡан, йәрәге мәрхәмәтлек, изгелек менән тулған аҡ халатлы әүәлгесә ауырыуҙарға шәфҡәт нурын өләшеүҙән, тылсымлы ҡулдары менән дә, йылы һүҙе, күңел яҡтыһы менән дә ауыр хәлдәгеләрҙе дауалауҙан һис ҡасан да ситләшмәй.
- Кеше менән эшләү, халыҡ араһында булыу - минең өсөн оло ҡыуаныс. Яратҡан эш урыным хәҙер икенсе ғаиләм кеүек, - ти ихлас күңелдән һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы.
Намыҫлы хеҙмәткәр сәскәләй ҡыҙҙары өсөн яғымлы әсә, алмалай ике ейәнсәре өсөн мөләйем өләсәй, хәҙер ун йыл ғүмер йомғағын бергә-бергә татыулыҡта һүтеүсе тормош юлдашы Фаил Искәндәров өсөн хәстәрлекле ҡатын.
Пак күңелле шәфҡәт туташы хаҡында тулыһынса яҙмабыҙҙы баҫманың 20-се һанынан уҡырға мөмкин.