Мораҙым
+1 °С
Ясна
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Декабрь 2025, 12:15

Йәш белгестәргә эш фатирҙары асҡыстары тапшырылды

Бөгөн беҙҙең районда тантаналы ваҡиғалар күп булды. Уларҙың береһе - медицина өлкәһендә эшләүсе йәш белгестәргә эш фатирҙары асҡыстары тапшырыу һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ғүмерен бағышлаған намыҫлы эшсәндәрҙе тәбрикләү!

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш белгестәргә эш фатирҙары асҡыстары тапшырылдыЙәш белгестәргә эш фатирҙары асҡыстары тапшырылды
Йәш белгестәргә эш фатирҙары асҡыстары тапшырылды

 Район хакимиәтендә табип-терапевт Регина Аҫылбаеваға, табип-эпидемиолог Светлана Егороваға, йәш ғаилә, табип-терапевтар Вадим Лавриков менән Алина Муллағоловаларға эш фатиры асҡыстары тапшырылды.

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһының гараж мөдире Илдар Яугилдин БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына , табип-педиатр Таңһылыу Ғималова, шәфҡәт туташтары Айгөл Әхмәрова менән Гөлсөм Әминева рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас