Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Декабрь 2025, 16:39

Игебайҙа - өр-яңы ФАП

Бөгөнгө көн Игебай, Ибрай, Ураҡай ауылдары халҡы өсөн дә шатлыҡ, ҡыуаныс алып килде. Етеп килгән Яңы йылға ҙур бүләк булып ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. -  РФ Президенты инициативаһы менән бөтә ил буйлап Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау бара. Граждандар һаулығы дәүләт өсөн бик мөһим. Ҡарап торһаң, ҙур булмаған фельдшер-акушерлыҡ пукнты, ә ысынында ул - ҙур еңеү, сөнки граждандарҙың һаулығы, балаларҙың һаулығы тап шунан башлана, - тине ауыл халҡының оло шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.     Ибрай, Игебай, Ураҡай ауылдары халҡының һаулығын тәжрибәле фельдшерҙарҙың береһе Земфира Бүкәнбаева хәстәрләй. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хатына лайыҡ булды.    Тантаналы сарала ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән әүҙемдәр ҙә билдәләнде, Игебай ауылынан Зөлфиә Хөсәйенова район хакимиәте башлығының рәхмәт хатына эйә булды.

Игебайҙа - өр-яңы ФАП
Игебайҙа - өр-яңы ФАП

Бөгөнгө көн Игебай, Ибрай, Ураҡай ауылдары халҡы өсөн дә шатлыҡ, ҡыуаныс алып килде. Етеп килгән Яңы йылға ҙур бүләк булып ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

-  РФ Президенты инициативаһы менән бөтә ил буйлап Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау бара. Граждандар һаулығы дәүләт өсөн бик мөһим. Ҡарап торһаң, ҙур булмаған фельдшер-акушерлыҡ пукнты, ә ысынында ул - ҙур еңеү, сөнки граждандарҙың һаулығы, балаларҙың һаулығы тап шунан башлана, - тине ауыл халҡының оло шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.   

 Ибрай, Игебай, Ураҡай ауылдары халҡының һаулығын тәжрибәле фельдшерҙарҙың береһе Земфира Бүкәнбаева хәстәрләй. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хатына лайыҡ булды.  

 Тантаналы сарала ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән әүҙемдәр ҙә билдәләнде, Игебай ауылынан Зөлфиә Хөсәйеноваға район хакимиәте башлығының рәхмәт хаты тапшырылды.

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас