Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Ноябрь 2025, 16:48

Төп маҡсат – халыҡ һаулығын нығытыу

 Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың әле бер, әле икенсе районында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғанын ишетеп, белеп-күреп  торабыҙ. Улар Рәсәй Президенты В.Путин Указы менән раҫланған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы сафҡа индерелә. Был проекттан беҙҙең район да ситтә ҡалмай: Берҙәмлек көнө алдынан бер түгел, ике тораҡ пункт халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе – Күгәрсен һәм Подгорный ауылдарында өр-яңы ФАП-тар асылды.

Төп маҡсат – халыҡ һаулығын нығытыу
Төп маҡсат – халыҡ һаулығын нығытыу

 Мораҡтан 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һәм районда ҙур тораҡ пункттарҙың береһе һаналған Күгәрсен ауылында, әлбиттә, быға тиклем дә фельдшер-акушерлыҡ пункты булған. Яңы сафҡа индерелгәне өр-яңынан төҙөлгән, бөтә уңайлыҡтары ла бар. Барлыҡ шарттарға эйә булған заманса бинаның асылыуы – ауыл халҡы өсөн оло шатлыҡ, шуға ла улар тантанаға дәррәү йыйылды.

 -  Илебеҙ Президенты инициативаһы менән башланған һәм тормошҡа ашырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы беҙҙең өсөн тәүге урында тора, бөгөн асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты һеҙгә дауаланыу урыны ғына булмаһын, ә сәләмәтлекте ҡайғыртыу, сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү өсөн дә хеҙмәт итһен, - тине күгәрсенлеләрҙең оло шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин. Артабан ул яңы төҙөлгән ФАП-тың тирә-яғын төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан У.Х.Вәлитовҡа, Р.Р.Ваһаповҡа, Ф.Ф. Ваһаповҡа, Р.Х.Ҡорбанаевҡа, фельдшер М.А.Ҡорбанаеваға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин да ауыл халҡына үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе һәм сирҙәрҙе алдан иҫкәртеүҙең ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне.

 Ауыл аҡһаҡалы, 40 йылдан артыҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ниғәмәтулла Ваһапов яңы ФАП-тың урындағылар өсөн бик мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ауылдаштары исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

  Иң тулҡынландырғыс мәл - Марат Сәлим улының ауыл фелдьшеры Марина Ҡорбанаеваға символик асҡыс тапшырыуы булғандыр.

15 йыл Күгәрсен ауылы халҡы һаулығы һағында торған Марина Анатольевна хаҡында ла ҡыҫҡаса белешмә биреп үтһәк, яҙыҡ булмаҫ: ул – Сирбай ауылы ҡыҙы, 1998 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Мораҡ үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә башлаған, артабан Һамар ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Күгәрсен ауылында иһә 2010 йылдан алып эшләй. Тормош иптәше Ринат Ғилметдин улы вахта ысулы менән “Күпер төҙөү” ойошмаһында тир түгә. Күркәм пар дүрт балаға ғүмер биргән. Әйткәндәй, бер улдары менән бер ҡыҙҙары әсәһенең юлын дауам итә: Регина һөнәре буйынса фельдшер (ул әлеге ваҡытта декрет ялында), Ринат әлеге көндә Салауат медицина колледжының 3-сө курсында уҡып йөрөй.

 Марина Анатольевнаның уң ҡулы –санитар Фәнүзә Әхәт ҡыҙы Хәлитова фельдшер акушерлыҡ пунктында 8 йыл эшләй. “Беҙҙең ауылда халыҡ шул тиклем әйбәт, эшебеҙ беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына”, - ти ул.

***

 Ошо уҡ көндө Подгорный ауылында ла өр-яңы ФАП сафҡа индерелде. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлгән был модулле пункт та квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөһим булған бөтә нәмә менән йыһазландырылған, кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған. Тикшереү һәм процедуралар өсөн кабинеттар, пациенттар өсөн көтөп тороу зонаһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус, персонал өсөн санитар бүлмәләр – быларҙың барыһы ла пациенттар һәм медицина персоналы уңайлылығы өсөн тәғәйенләнгән.

 Фельдшер Игорь Арбузов та яңыса шарттар булдырылыуына ҙур ҡыуаныс белдерҙе. Уның халыҡ һаулығы һағында тороуына 20 йылдан ашыу.

- Быға тиклем ауыл табип амбулаторияһында эшләнем. Ул иҫке бинала урынлашҡайны. Яңы ФАП менән сағыштырғанда, әлбиттә, ер менән күк араһы, - ти.

 Игорь Владимирович хаҡында “Ҡайҙа тыуған – шунда кәрәккән” тип әйтергә була, ул – Подгорный ауылында тыуып үҫкән, Салауат медицина училищеһын һәм Өфө 1-се медицина колледжын тамамлаған.

 Марат Сәлим улы күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн юғары категорияға эйә фельдшерға Почет грамотаһы, ФАП-тың тирә-яғын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Г.Мельниковҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Подгорныйҙар исеменән ауыл старостаһы Григорий Алдександрович Мельников сығыш яһаны һәм  ауылдаштары исеменән ил башлығына, республика һәм район хакимиәте башлыҡтарына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм хөкүмәткә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 ***

  “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Тап ошо милли  проектҡа ярашлы сафҡа индерелгән һәм заманса стандарттарға, талаптарға тулыһынса тап килгән ике фельдшер-акушерлыҡ пункты ла халыҡ һаулығын нығытыуға ҙур өлөш индерер, быға иманыбыҙ камил!

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас