Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Ноябрь 2025, 14:50

Балалар табибы яҡшы һүҙ менән дә дауалай

 Табип - ул һөнәр түгел, ә булмыш. Хоҙайҙан бирелгән һәләт... Тапалған, күп тапҡырҙар әйтелгән һүҙҙәр һымаҡ тойолһа ла, улар ысынбарлыҡҡа тап килә. Хәҙерге заманда һәр табип, хатта бик оҙайлы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн дә, үҙ адресына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен көн дә ишетә алмай. Кемдер килеп, эш сәғәтен үткәрә һәм өйөнә ҡайтырға ашыға, ә кемдер эшен тормош мәғәнәһе итеп ҡабул итә. Тағы бер категория бар – ундай табиптар пациентты республика дауаханаһына бушлай ҡабул итеүгә яҙып өлгөрөү өсөн кистәрен оҙағыраҡ тотҡарлана, ҡабул итеүгә һуңлаған кеше алыҫ ауылдан килеп, берҙән-бер автобусҡа өлгөрөргә тырышһа, төшкөлөккә лә ҡатмай, дауалау учреждениеһынан ситтә - урамда йәки башҡа ерҙә күрешкәндә лә балаларҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһына. Ярҙамсыл, һиҙгер, иғтибарлы - бындай белгестәр тәғәйенләнеше буйынса дөрөҫ һайланған дарыуҙар менән генә түгел, ҡайһы берҙә тик яҡшы һүҙ һәм һауығыуға ышаныс менән дә дауалай ала. Һәм был, ысынлап та, шулай.

Балалар табибы яҡшы һүҙ менән дә дауалай
Балалар табибы яҡшы һүҙ менән дә дауалай

Йөҙөндә һәр ваҡыт йылмайыу балҡый

 Эльвина Илнур ҡыҙы Казбакова Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында 2017 йылдың декабренән алып педиатр булып эшләй.

 Ул һәр ваҡыт һөйкөмлө, һиҙгер, йөҙөндә йылмайыу балҡый. Районда ҡулына фонендоскоп йәки градусник тотҡан аҡ халатлы был табипты осратмаған бала һирәктер. Ул ауырттырып уколдар яһамай һәм башҡа күңелһеҙ медицина процедураларын үткәрмәй, әммә һәр ваҡыт ярҙам итә, йәлләй һәм хатта ҡосаҡлап йыуата. Нәҡ шуның өсөн дә Эльвина Илнур ҡыҙын балалар ярата,  ата-әсәләр хөрмәт итә.

- Күп кенә хеҙмәттәштәрем кеүек үк, табип булыу тураһында бала саҡтан хыялландым. Тик кемдер был юлды йөрәк ҡушыуы буйынса һайлай, ә минең юлым тормош һынауы менән бәйле. Яратҡан әсәйебеҙҙе бик иртә юғалттыҡ, ул оҙаҡ ауырыны. Нәҡ шул саҡта мин дә, ағайым да табип булырға һәм кешеләргә ярҙам итергә ҡарар иттек. Ауыр юғалтыуға бәйле кисерештәр беҙҙең артабанғы юлыбыҙҙы билдәләүгә ҡеүәтле этәргес булды, - - ти Э.Казбакова.

  Мәҡәләбеҙ геройы Салауат районының Шәрип ауылында тыуған. 2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, тағы бер йыл педиатрия буйынса интернатура үтә. Үҙенең тәүге һөнәри тәжрибәһен Баймаҡ ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында ала - бала табыу йортонда һәм балалар бүлегендә неонатолог булып эшләй. Тәүге тапҡыр дежурҙа булғаны ла хәтерендә: сағыу тауышы менән донъяға тәүге ауазын һалған кескәй генә сабый, уға наҙлы ҡарашын төбәгән бәхетле әсә, уның ысын күңелдән түгелгән шатлыҡлы күҙ йәштәре... Был беренсе уйҙар, беренсе кисерештәр.

- Артабан, әлбиттә, бер аҙ ҡаушау һәм тулҡынланыу кисерҙем. Кендек катетерын ҡуйырға ҡуштылар, - тип хәтерләй ул. - Тыуыуына бер сәғәт тә үтмәгән кескәй генә кешекәйгә хатта ҡағылыу ҙа ҡурҡыныс булып тойолдо. Әммә остазым Әлиә Ғиззәт ҡыҙы миңә етди ҡарап: “Һин бит теория буйынса барыһын да беләһең, тимәк, барыһын да булдыраһың, барыһы ла килеп сығасаҡ”, - тине.

 Һәм шулай булып сыға ла. Бөгөн Эльвина Илнур ҡыҙы үҙ эшен яҡшы белгән, һөнәрен һәм балаларҙы яратҡан тәжрибәле белгес, хеҙмәт юлының тәүге көндәренә хас булған ҡурҡыу һәм тулҡынланыу юҡ, әммә ун йыл самаһы элеккесә балаларға ярҙам итеү, уларҙың ғүмерен ҡотҡарыу теләге ҙур. Эйе, ҡотҡарыу! Сөнки реанимация бүлегендә дежур иткән ваҡытында, хатта поликлиникала ғәҙәти ҡабул итеүҙә лә баланың хәле насарайһа (шешенеү башланһа, тын алыуҙан туҡтаһа, күгәренһә), тиҙ һәм төплө ҡарар ҡабул итергә тура килә.

 Ашығыс ярҙам, диагноз ҡуйыу, дауалау һәм күҙәтеү. Былар барыһы ла, һис шикһеҙ, күп көс, энергия, сыҙамлыҡ талап итә. Бәхеткә күрә, ғаиләһе уның рухи терәге булып тора. Һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә уның тәүге ярҙамсылары һәм илһам биреүселәре - ире һәм ике балаһы. Ҡыҙы - беренсе класта белем ала, биш йәшлек улы балалар баҡсаһына йөрөй.

 

 Һүҙҙе йомғаҡлап

 Юғарыла әйтелгәнсә, Эльвина Илнур ҡыҙының туғаны ла медицинаны һайлаған. Ул Һатҡы ҡалаһында медицина колледжын тамамлай, 2013 йылдан Балашиха ҡалаһында хәрби фельдшер булып хеҙмәт итә. 2024 йылда уның һөнәри оҫталығы һәм батырлығы махсус хәрби операция зонаһында талап ителә һәм командировкаға ебәрелә.

  - Туғаным менән медицинаның төрлө фронттарында - ул хәрби госпиталдә һәм ялан шарттарында, мин балалар поликлиникаһында - хеҙмәт итһәк тә, беҙҙе ҡасандыр ауыр минуттарҙа алға әйҙәгән дөйөм маҡсат берләштерә: ярҙам итеү, ғазаптарҙы еңеләйтеү һәм өмөт биреү. Беҙ икебеҙ ҙә ысын тәғәйенләнешебеҙҙе таптыҡ тип тоябыҙ, - тип йомғаҡлай әңгәмәне Э.Казбакова.

 Шул тиклем ҡәҙерле һәм изге, күңелгә ҡәнәғәтлек килтергән ғүмерлек эшеңде табыу бәхет түгелме ни?! Еңел булмаған, әммә бик кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт Эльвина Илнур ҡыҙына артабан да шатлыҡ килтерһен, ә бәләкәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре һәр ваҡыт рәхмәтле булһын.

Анастасия ВАСИЛЬЕВА.

Фото Казбаковтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас