Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Сентябрь 2025, 15:55

Һаулыҡ – бәхет нигеҙе

 Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 72,8 йәш тәшкил иткән. Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә “Әүҙем тормош һәм ғүмер оҙайлығы” тигән яңы милли проект башланыуы тураһында иғлан итте.Уның төп маҡсаты – 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем күтәреү һәм был күрһәткестә ҡала һәм ауыл араһындағы айырманы кәметеү.       19 сентябрҙә ошо проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Йомағужа ауылында “Оҙон ғүмерлелеккә юл” һаулыҡ марафоны үтте.

Һаулыҡ – бәхет нигеҙе
Һаулыҡ – бәхет нигеҙе

Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалды.

 Программаның төп өлөшө ял һәм мәҙәниәт паркында уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Марат Сәлим улы халыҡтың һаулығына иғтибарлы булғандары өсөн медицина эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе, милли проекттың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим икәнен билдәләне.

- Һау-сәләмәт кешенең уйҙары ла сәләмәт, тап шундайҙар беҙҙең киләсәк быуын – балаларға лайыҡлы тәрбиә бирә ала. Был акцияға ҡушылыусы яҡташтарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, беҙ Президент ҡуйған маҡсатҡа яйлап ҡына өлгәшәсәкбеҙ, - тине ул.

 Сараның актуаллеген етенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, профессор, ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы баш табибы, киҫкен мейе ҡан әйләнеше менән ауырығандарға медицина ярҙамын координациялау буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгес-эксперты Ирина Карамова ла билдәләне:

- Бөгөнгө сараны илебеҙҙең тыныслығын яҡлаған һәм тәьмин иткән ата-бабаларҙың рухына баш эйеүҙән  башланыҡ. Тыныслыҡ өсөн башын һалғандарға һәм әле лә беҙҙе һаҡлағандарға мәңгелек дан. Һау-сәләмәт булыу – еңеүгә индергән беҙҙең тос өлөш ул.  

 В.Лаврикова менән Э.Төхвәтуллиналарҙың ижади номерҙары сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе, ә “Зарядка” флешмобында ҡатнашыу уларға дәрт-дарман өҫтәне. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар Йомағужа 1-се ура мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әлмирә Килдебаева етәкселегендә тәндәрен бер аҙ яҙып алды.

  Сара төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе. Марафонда ҡатнашыусы мәктәп уҡыусылары сәләмәт йәшәү рәүешен нисек күҙаллауҙары тураһында һөйләне, улар араһында дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, көн режимын, үҙеңде эмоциональ яҡтан контролдә тотоу иң мөһиме тип билдәләне.

- Сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен тотоуҙан күп нәмә тора. Мин үҙемдең рационды ҡарап барам, зарядка эшләйем, иртән йүгерәм, - тип һөйләне Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Елизавета Каменева.

 Ошо уҡ белем усағының тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Н.У.Динеева балаларҙы һаулыҡҡа рациональ ҡараш тыуҙырыу кәрәклеген аңлатты:

- Файҙалы ғәҙәттәрҙе бәләкәстән өйрәтергә кәрәк. Гаджеттар – заман бәләһе. Бала көнө буйы телефонда ултырмаһын өсөн хәҙерге ата-әсәләргә үҙ миҫалында телефондарға, планшеттарға дөрөҫ мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк. Беҙҙең мәктәптә “аҡыллы  шәмбе”ләр үтә, улар уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтергә ярҙам итә. Бала, ата-әсә һәм уҡытыусының хеҙмәттәшлек итеүе “тәрбиәнең алтын өсмөйөшө”н тәшкил итә. Бөгөнгө сара тап шуға тап килә лә инде.  

 Люциә Шафиҡова менән Лилиә Ишмөхәмәтова матурлыҡты һаҡлау серҙәре менән бүлеште:

- Үҙ һаулығыңа иғтибарлы булыу, тимәк, үҙеңде ысынлап яратыу ул. Мин даими спорт менән шөғөлләнәм, организмдағы һыу балансын контролдә тотам. Балаларым – ҡыҙым менән улым бәләкәй саҡтарында көрәш секцияһына йөрөнө. Хәҙер улар үҫтеләр инде, әммә физик күңекмәләрҙе даими эшләйҙәр. Физик әүҙемлеккә үҙ балаларын да өйрәтәләр. Мәҫәлән, минең дүрт йәшлек ейәнем каратэға йөрөй. Ә әсәйем, уға 85 йәш, гел генә хәрәкәттә – бәрәкәт, ти һәм үҙе лә гел хәрәкәттә булырға тырыша.  Мин унан өлгө алам, уға оҡшарға тырышам, - ти Люциә Хәмит ҡыҙы.

- Атайым М.Бикмәтовҡа 88 йәш, ул БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Уға ҡарап тормош тонусын һаҡлау өсөн ни тиклем физик әүҙемлек кәрәк икәнен аңлайым. Мәктәптә уҡығандан алып бейеү менән шөғөлләнәм, ҡыш көндәре ирем менән саңғыла йөрөйбөҙ. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, шуға күрә дөрөҫ туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, - тигән кәңәштәрен бирҙе Лилиә Мират ҡыҙы.

 Район халҡы өсөн бер нисә төрлө профилактик саралар ойошторолдо: хәүеф факторҙарына халыҡҡа скрининг үткәреү һәм анкета һорауҙарына яуап алыу, артериаль ҡан баҫымын үлсәү, үҙеңде тикшереү өсөн көндәлек алып барырға өйрәтеү, сәләмәт аҙыҡ-түлек тәрилкәһе.  

 Шул уҡ мәлдә Йомағужа участка дауаханаһы базаһында кардиолог, офтальмолог, хирург, дерматолог, педиатр, терапевт һәм психолог халыҡты ҡабул итте. Ҡатын-ҡыҙҙар күсмә маммографта үҙ һаулыҡтарын тикшерә алды.

 Йомағужа күп тармаҡлы ауыл клубының тамашалар залында “Үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында инсульт үткәргәндәргә госпиталгә тиклем ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәре” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. 

 Ирина Карамова үткәргән “Оҙон ғүмерлелеккә юл: сәләмәт йәшәү рәүеше серҙәре” лекцияһы сәләмәт йәшәү рәүеше серҙәрен асты. Тыңлаусылар инсультты тышҡы билдәләре буйынса нисек белергә икәнен һәм файҙалы ғәҙәттәрҙе нисек көндәлек тормошҡа индерергә кәрәклеген белде.

“Ағиҙел” үҫмерҙәр-йәштәр клубы, моделле китапхана һәм сәнғәт мәктәбе күргәҙмәләре ижад менән шөғөлләнеү сәләмәтләнеүҙең бер ысулы икәне иҫбатланы, сөнки ул донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә.

 Сара “Йәшәүгә 10 000 аҙым” акцияһы менән тамамланды. Саф һауа һәм хәрәкәтләнеү файҙаға булды, бөтәһенең дә кәйефе күтәрелде һәм көс-дәрт өҫтәлде. 

 Үҙегеҙҙең һаулығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм тап уның бәхет сығанағы икәнен иҫтә тотоғоҙ.   

Гөлназ СӘЙЕТҠОЛОВА.

Автор фотолары.

 

 

 

 

 

 

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас