- Районда бәләкәй ауылдар ҙа йылдан-йыл төҙөкләндерелеүе ҡыуаныслы хәл. Айырыуса фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки ауылдарҙа башлыса өлкән быуын кешеләре йәшәй. Милли проект сиктәрендә беҙҙә дүртенсе ФАП тапшырылды. Тағы ла биш ФАП төҙөлөш кимәлендә.
Уңайҙан файҙаланып, шуны ла әйтеп үткем килә: башҡа төбәктәрҙәге кеүек беҙҙә лә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ күҙәтелә. Йәштәрҙең тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, - тине район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы һәм Күгәрсен районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн фельдшер Илүзә Инсеғолованы почет грамотаһы, ФАП-ты төҙөүҙә ярҙам иткән Һапаш ауылы уҙаманы Фәрих Ильясовҡа һәм рәшит Сабаншинға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ялсы ауыл биләмәһенең рәхмәт хаттарын Нәфисә Ишкинина менән Марсель Кирәев алып ҡыуанды.
“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән модулле пункт бинаһы артыҡ ҙур түгел, әммә беренсе һәм сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү стандарттарына яраҡлаштырылған, өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был милли проекттың төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла.
- Элекке ФАП авария хәлендә ине, унда халыҡҡа тейешле хеҙмәт күрһәтеп тә булманы. Ауылға йәм биреп, өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын ауыл халҡы көтөп алды. Фельдшерыбыҙ Илүзә Хисмәтулла ҡыҙын барыһы ла ихтирам итә, үҙ эшен яратҡан, бай тәжрибәле белгескә эшендә уңыштар теләйек, - ти Ирек Раял улы теләктәрен еткереп.
Фельдшер –акушерлыҡ пунктынжа 40 йылдан ашыу ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Илүзә Инсеғолова эшләй. Ул Түбәнге Һапаш һәм Вәлит ауылдарында йәшәгән 342 кешене, шул иҫәптән 77 баланы хеҙмәтләндерә.
Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы бала саҡтан табип булырға хыяллана. Әсәһе ауырып, йәшләй генә вафат булғас, ҡәҙерле кешеһен юғалтыуҙан ныҡ тетрәнгән бәләкәй ҡыҙ кешеләргә кәрәкле һөнәр эйәһе булырға ҡарар итә һәм мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, йүнәлтмә буйынса Хоҙайбирҙин ауылына эшкә килә. Шул йылдарҙа тормош иптәше менән таныша. Хеҙмәт юлын ялсы ауылында дауам итә, Һапашта эшләүенә иһә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән.
- Өр-яңы фельдшер –акушерлыҡ пунктында эшләү, әлбиттә, ҡыуаныслы. Халыҡ һаулығын ҡайғыртҡанда бинаның да ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлайһың. Йылы, яҡты, бөтә шарттар ҙа бар. Беҙгә, башлыса, өлкән быуын кешеләре мөрәжәғәт итә. Мәктәп, ауыл биләмәһе менән дә тығыҙ эшләйбеҙ, йыш ҡына төрлө темаларға арналған лекциялар уҡып, әңгәмәләр ойошторабыҙ. Көҙгөһөн – сысҡан биҙгәге, ҡыш – киҙеү, яҙғыһын – талпан, ҡотороу сирҙәренән һаҡланыу сараларын аңлатабыҙ, йыйылыштарҙа сығыш яһайбыҙ, прививкаларҙы ваҡытында яһатырға өндәйбеҙ, һаулығыбыҙға иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Һаулығың – байлығың, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, күп нәмә кешенең үҙенән тора, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлыраҡ булһаҡ икән, – ти Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы, теләктәрен еткереп.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.