Еҙтөймә
(пижма)
Был дарыу үләненең ер йөҙөндә 50 төрө билдәле. Башҡортостаныбыҙҙа иһә уның 4 төрө үҫә: Урал еҙтөймәһе, Киттари еҙтөмәһе, меңъяпраҡлы еҙтөймә һәм ябай еҙтөймә. Һуңғыһының Хәйбулла районында ғына үҫеүе билдәле. Был күп йыллыҡ үләндең дарыу үләне икәнен барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Шулай уҡ, уның ағыулы үлән икәнен дә иҫтән сығармай, самаһын белеп ҡулланырға кәңәш итер инем.
Еҙтөймәнең үт ҡыуыу үҙенсәлеге бар. Бының өсөн 1 аш ҡалағы еҙтөймә сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуҙа 10 минут тотоп алғас, бер стакан ҡайнар һыу өҫтәп, көнөнә 3 - 4 тапҡыр 1 - 2 аш ҡалағы (дауаланыу 3 - 4 аҙна) дауамында эсәләр.
Шулай уҡ, төймәләрҙең һәр береһен ҡара икмәк, бал ҡатнашмаһына тәгәрәтеп, бәләкәй генә түңәрәктәр киптерергә, уларҙы дарыу урынына ҡабып, аҙағынан һыу эсеп ҡуйырға була. Тик бөгөнгө яҙмам кеше организмында йәшәгән паразиттарҙан таҙарыныу ысулдары тураһында булыр.
Һуңғы йылдарҙа ғына төрлө ҡорттар менән ауырыу осрағы ете тапҡырға артҡан. Бының сәбәбе күп, әлбиттә. Экология, бысраҡ һыу тиһәләр ҙә, иң беренсе сәбәп, беҙҙең дөрөҫ туҡланмау ҙа: артығын ашайбыҙ, ныҡ татлы, файҙаһыҙ ризыҡтар менән туҡланабыҙ.
Ул паразиттар ғүмер буйы кешелә булған һәм буласаҡ та. Беҙҙең иммунитет уларҙы беҙҙең һаулыҡҡа зыян итмәҫлек итеп, үҙе көйләү үҙенсәлегенә эйә: йомортҡалары ауыҙға эләккәндә үк, иммунитеты көслө кешенең төкөрөгө уларҙы юҡ итә. Ауыҙҙа булмаһа, ашҡаҙандағы һут уларға ҡаршы тора. Ә беҙ бары иммунитетыбыҙға физик яҡтан көслө булып, дөрөҫ туҡланып һәм төрлө үләндәр менән ярҙам ғына итергә тейешбеҙ. Ә беҙҙең йыш ҡына киреһенсә килеп сыға: паразиттар нимә ашарға теләй, шуның менән туҡланабыҙ, уларға үрсергә ярҙам итәбеҙ. Улар хатта кешене яман шеш, инфаркт, инсульт кеүек ауырыуҙарға дусар итәләр.
Хәҙерге заманда күп кенә препараттар һатыла. Улар ҙа ярҙам итә, һис һүҙ юҡ. Ҡыйбат булыуына ҡарамай алып, таҙарынырға ла булла, әлбиттә. Тик ул паразиттар менән беҙ көн дә осрашабыҙ, уларҙан ҡасып булмай. Тире аша ла, ауыҙҙан да, һауа менән дә төрлө төрҙәре килеп эләгә. Шуға ла ваҡыты - ваҡыты менән үҙең белгәнсә таҙарынып торорға, дөрөҫ һәм аҙлап туҡланырға, көслө булырға тырышыр кәрәк. Әйткәндәй, ураҙа тотоу һәр кешегә мөһим.
Паразиттарҙан ярҙам иткән үләндәрҙең күп төрөн йыйырға була: бабаһыр үләне, меңъяпраҡ, ҡырҡбыуын, дөйә һеңере, еҙтөймә, шалфей, татлы тамыр һ.б. Әрем үләне генә лә ҡорттарҙың йөҙҙән ашыу төрөнән ярҙам итә, ти белгестәр.
Бешмәктәрҙән - һары бешмәк (лисичка ) үҫемлектәр араһында, ҡорттарға ҡаршы дауа булараҡ иң көслөһө һынала. Тик уны бешергәндә, файҙаһы ҡалмай, бары сей килеш ашарға кәрәк. Һары бешмәк үҙе лә башҡа бешмәктәргә һымаҡ бер ваҡытта ла ҡортламай. Унан эшләнгән дарыуҙы ла эшләп һатыусылар бар.
Һарымһаҡ, керән тамырын да ашау файҙалы.
Ә үҙемдең яратып тотонған рецепт ошолай: 4 өлөш еҙтөймә, 1 өлөш әрем, 2 өлөш ҡәнәфер (тәмләткес). Ошоларҙың барыһын да он хәленә килтергәнсе кофемолка ярҙамында онтайбыҙ. Еҙтөймәнең өҫкө өлөшө, әсе әремдең сәскәһе алына.
Әлбиттә бындай дарыу аптекаларҙа бар, ә шулай ҙа үҙең эшләгән ышаныслыраҡ. Ҡабул итеү ысулы - кешенең йәшенә, һаулығына ҡарап. Ҡоро килеш ярты сәй ҡалағы итеп ашарға ла , йылымыс һыуға һалып эсһәң дә ярай. Егерме бер көн өҙмәй дауаланыу шарт.
Кис тамаҡ ауырта башлағанын тойоу менән ярты ҡалаҡ эсеп ятһаң, иртән тороуға ауыртыу бөтә. Шуға ауырып башлағанда көнөнә ике - өс мәртәбә эсһәң дә ярай. Тик әрем менән еҙтөймә ағыулы булараҡ, һаҡлыҡ кәрәк. Әгәр был үләндәрҙең берәйһе булмаһа, уны ашҡабаҡ орлоғо, етен орлоғо, меңъяпраҡ менән алмаштырырға була.
Әрһеҙ әрем юҡҡа ғына шулай күп үҫмәй бит инде. Ниндәй генә төрө юҡ. Уның хатта еҫе лә шифалы. Бөтә кеше лә әрем, еҙтөймә йыйып дауаланһа, бәлки дарыуҙар ҙа кәрәкмәҫ ине.
Шулай ҙа үт ҡыуығында таш булғандарға, ауырлы ҡатындарға, ҡан баҫымы юғары булғандарға, аллергия осрағында әрем менән дауаланырға ярамай.
Афон монахтары әйтмешләй “Татлы йәшәгең килһә, әсе аша, әгәр йәшәүең әсе булһын тиһәң, татлы аша”.