Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Март , 11:38

Семен-Петровскийҙа ФАП асылды!

Бөгөн Семен-Петровский ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы уҙғарылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ауылда заманса медицина учреждениеһы сафҡа инде.

Семен-Петровскийҙа ФАП асылды!
Семен-Петровскийҙа ФАП асылды!

Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө, сөнки элекке ФАП бер ниндәй ҙә талаптарға яуап бирмәгән, тейешле шарттарға яраҡлаштырылмаған.

Тантанала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, уның урынбаҫарҙары Валерий Павлов менән Гөлгөнә Абдуллина, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин, ауыл халҡы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Марат Сәлим улы барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, иҫкәртеүгә ҙур өлөш индерәсәген,  халыҡтың уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамын аласағын билдәләне.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Процедура-прививка, ҡарау-манипуляция кабинеттары, көтөү урыны, персонал өсөн бүлмәләр булдырылған. Ә иң мөһиме, семен-петровскийҙарҙың һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, иғтибарлы, тәжрибәле фельдшеры – Юлиә Мәҡсүтова бар. Ул бында 2021 йылдан бирле эшләй. Ошо ваҡыт арауығында өлкәндәрҙең дә, бәләкәстәрҙең ихтирамын яулап өлгөргән.

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: