Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Май 2023, 10:55

Йөҙҙәренән бөркөлгәндәй шәфҡәт нуры

 Балаларыбыҙҙың һаулығы һағында ҡалҡандай тора ул. Иңдәренә элгән аҡ халаты уның бар булмышын асып, мөләйем йөҙөнә йәнә лә шәфҡәт нурын бөрккәндәй...  Һүҙем Мораҡ үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Миңнира Байғазакова хаҡында. Намыҫлы хеҙмәткәрҙең балалар поликлиникаһында прививка бүлмәһендә эшләүенә, йәғни сабыйҙарҙың, үҫеп килеүсе йәш быуындың сәләмәтлеген хәстәрләүенә хәҙер 33 йыл.

Йөҙҙәренән бөркөлгәндәй шәфҡәт нуры
Йөҙҙәренән бөркөлгәндәй шәфҡәт нуры

 Тамырҙары менән ул Ейәнсура районының Ибрай ауылынан. 1971 йылдың аҡ ҡыштарында ун бала тәрбиәләнгән ишле, татыу ғаиләлә туғыҙынсыһы булып тыуған. Колхоз эшендә алдынғылыҡты бирмәгән ата-әсәһе балаларын да, шул иҫәптән Миңнираны, бәләкәйҙән ауыр эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп үҫтерә. Ҡыҙҙарының киләсәктә шәфҡәт туташы булыуын теләй улар. Миңнира мәктәпте уңышлы тамамлағас, ата-әсәһенең кәңәшен ҡолағына алып һәм йөрәге ҡушҡанса Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә менән Мораҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә килә. Бер йыл участка шәфҡәт туташы булараҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплағас, бала йәнле аҡ халатлыға прививка бүлмәһен ышанып тапшыралар. Һәм шунан бирле Миңнира Шафиҡ ҡыҙы яуаплылыҡ менән үҙ эшен яратып башҡара. Итәғәтле, кеселекле, уколдан ҡурҡып бар дауаханаға оран һалған кескәйҙәргә лә асҡыс ярата, уларҙы тынысландыра белеүсе мөләйем затты ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла, дауахана етәкселеге лә хөрмәт итә.

 Намыҫлы хеҙмәткәр генә түгел, утыҙ йыл ғүмер юлын бергә-бергә татыу үткән тормош юлдашы  Дамир Зәкирйән улы өсөн ышаныслы, хәстәрлекле ҡатын да, сәскә үҫтерергә, ҡамыр ашына, ҡул эштәренә маһир хужабикә лә; бөркөттәй ике улы – Айнур менән Фидан өсөн изгелекле әсә лә ул Миңнира Байғазаҡова.

 Балалар һаулығы һағында ҡалҡандай тороусы аҡ халатлы тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫманың 19-сы һанынан уҡый алаһығыҙ.      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: