Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Апрель 2023, 11:38

Күңелдәре менән яҡты яҙҙа ҡалып

- Тормошта иң юғары награда – ул халыҡ ихтирамы. Шул бүләкте насип иткән яҙмышыма рәхмәтлемен, - ти ҡырҡ йылдан артыҡ ғүмерен һаулыҡ һағына бағышлаған Фларида Иҡсанова.  Уның Мораҡ үҙәк район дауаханаһында медицина социаль хеҙмәткәре вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуына хәҙер ете йыл. Килешле аҡ халатында кешеләргә шәфҡәт нуры, мәрхәмәтлек өләшеүсе мөләйем зат бөркөттәй өс улы өсөн изгелекле әсә лә, тормош юлдашы Ғамил Ғиндулла улы өсөн хәстәрлекле ҡатын да.

Күңелдәре менән яҡты яҙҙа ҡалып
Күңелдәре менән яҡты яҙҙа ҡалып

 Булдыҡлы Иҡсановтарҙың ыҡсым ғына мөһабәт йорто, төҙөк донъяһы Мораҡ ауылының Ленин урамын биҙәп тора.

 Фларида Сәлих ҡыҙын был донъяға дәрт-ялҡынлы йөрәкле, йәшәүгә сәмле итеп ярһыу яҙҙар яралтҡан. Ул Йомағужа ауылында ишле  ғаиләлә тыуған. Ата-әсәһе тынғыһыҙ эштә булғас, дүрт ҡыҙ һәм бер малай күпселек һөйөклө ҡартәнейҙәре йоғонтоһонда әхлаҡи-рухи тәрбиә алып буй еткерә. Араларынан икәүһе – Земфира менән Фларида медицина юлын һайлай.   

 Иҡсановтарҙың мөхәббәт тарихы мәктәп буҫағаһынан уҡ башлана. Фларида менән Ғамил икеһе лә ҡулға-ҡул тотоношоп Йомағужа мәктәбен бөтә. Егеттең тәүәккәллеге, ҡыйыулығы, “Әйҙә өйләнешәйек тә, мин ауылда тракторсы булырмын, ә һин һауынсы” тип тәҡдим эшләүе һылыуҙы хайран итә.

 Ҡыҙ егеткә әйтмәй-нитмәй генә Өфөгә юллана. Ғамил иһә уның тап медицина буйынса уҡыу йортона юлланыуын һиҙенеп, документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра һәм уңышлы инеп китә. Ә Фларида Өфө дәүләт медицина училищеһына уҡырға инә. Әлбиттә, баш ҡалала уларҙың мөхәббәт тарихы дауам итә. Береһе институт, икенсеһе училище бөтөп, Мораҡ ауылына эшкә ҡайталар. Ғамил санэпидемстанцияла санитар табибы булып эш башлай, хаҡлы ялға киткәнсе табип-эпидемиолог һөнәрен ҙур намыҫ менән башҡара.

 Фларида Сәлих ҡыҙы 1977-85 йылдарҙа дауахананың туберкулез бүлегендә шәфҡәт туташы эшен алып бара, артабан 20 йыл поликлиниканың баш шәфҡәт туташы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ була.

 Үҙ өлгөләрендә өс улын да эшһөйәр, булдыҡлы итеп тәрбиәләй изгелекле ата-әсә. Әлеге мәлдә лә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк булып йәшәйҙәр. Күңелдәре менән мәңге яҡты яҙҙарҙа ҡалып, мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап сәмләнеп донъя көтә, тормош йәмен һаман тынғыһыҙ эштә таба уңғандар.

 Лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлын үткән аҡ халатлылар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың 16-сы һанынан уҡырһығыҙ.

 

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: