Ыуарылар былай ҙа 1987 йылдан башлап уларға тоғро хеҙмәт итеүсе, 2013 йылдан бирле Мораҙым һәм Ыуары халҡын ҙур намыҫ менән хеҙмәтләндереүсе Вәзирә Ҡотлогилдина тураһында “Беҙҙең уң ҡулыбыҙ, күҙ терәп торған яҡын кешебеҙ” тип, фельдшерға рәхмәт уҡый.
Волостновка халҡының да ҡыуанысы сикһеҙ. “Йәш, изгелекле фельдшерыбыҙ бар, яңы ФАП булды, эһ, клубын да төҙөп ултыртһалар, кинәнеп йәшәр инек!” – тиҙәр улар.
Яңы һапаш һәм Волостновка ауылдарын хеҙмәтләндереүсе (бөтәһе 354 кеше) Максим Исхаков 2021 йылдың сентябренән генә бында эшкә башлауына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡтың ышанысын, хөрмәтен яулап та өлгөргән.
- Салауат ҡалаһында тыуып, шунда медицина колледжын тамамлаһам да, Күгәрсен яҡтары миңә сит түгел. Йәйге каникулдар, бала сағым Ибрай ауылында, өләсәй менән олатайымда ҡунаҡта үтте. ФАП йылы, бөтә ыңғай шарттар бар, ҡолас ташлап эшләргә генә ҡала, - ти ул ихлас күңелдән.
Аҡ халатта тирә-яҡҡа шәфҡәт нуры өләшеүселәрҙең үҙҙәренә лә ныҡлы һаулыҡ теләге килә. Хәҙерге заманда ысынлап та улар ауыл кешеләренең ныҡлы терәге, таянысы.