Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Декабрь 2022, 10:49

Айыҡлыҡ - заман талабы

 Ғүмер бер генә бирелә. Уны һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып үкенмәҫлек итеп үтергәме, әллә насар ғәҙәттәр менән мауығып төҫһөҙ, мәғәнәһеҙгә әйләндерергәме (?)... – һәр кем үҙе һайлай.  Бикбулат ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә “Айыҡ ауыл-2022” проекты сиктәрендә уҙған фәһемле сара ла “Сәләмәт йәшәү – үҙе ҙур кинәнес!” девизы аҫтында үтте. Унда Мораҡ ауылы мәктәптәре, урындағы мәктәп уҡыусылары Салауат медицина колледжының 3-сө курс студенттары менән осрашып, көн ҡаҙағында тороусы һорау буйынса ихлас әңгәмә ҡорҙо.

Айыҡлыҡ - заман талабы
Айыҡлыҡ - заман талабы

Буласаҡ медицина белгестәре үҫмерҙәргә алкоголле эсемлектәрҙең кеше организмына нисек кире йоғонто яһауы, ябай ғына мауығыуҙың ниндәйерәк бәлә-ҡазаға, күңелһеҙлектәргә килтереү ихтималлығы тураһында кәрәкле мәғлүмәт бирҙе.

 Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың, урындағы етәксе Илнур Сәйфуллиндың айыҡлыҡ тураһында фекерҙәре бик актуаль яңғыраны.

 Сарала ҡатнашыусы туғыҙынсы класс уҡыусылары, йәғни алдарында һөнәр һайлау бурысы торған үҫмерҙәр өсөн, был осрашыу бик урынлы булды. Бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә Салауат медицина колледжына уҡырға инеү һәм киләсәктә аҡ халатта кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеү теләген уятҡандыр.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: