Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Ноябрь 2022, 16:02

Яҡты йөҙлө, мәрхәмәтле

 Исеме есеменә тап килеп тора бит әле! “Гөл-сәскәләй балҡып тирә-яҡҡа шәфҡәт нуры өләшһен” тигән аҡ теләктә уға Лилиә тип исем ҡушҡандарҙыр...  Ысынлап та, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының тәжрибәле табибәһе – Халиҡова Лилиә Рәмил ҡыҙы алсаҡ йөҙө, кешеләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән күңелде арбай. Бөркөттәй өс улдың хәстәрлекле әсәһе үҙ эшенә мөкиббән хеҙмәткәр ҙә, йөрәк аҫтында нур йомғағын йөрөтөүсе, йәғни әсә булырға йыйыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҡын дуҫы, кәңәшсеһе лә!

Яҡты йөҙлө, мәрхәмәтле
Яҡты йөҙлө, мәрхәмәтле

 Ул Мораҡ ауылында 1987 йылдың йәмле яҙында донъяға килә. Мәктәптә уҡыған дәүерендә үк белемгә ынтылышы менән айырылып торған ныҡышмал ҡыҙ өләсәһе – ғүмер баҡый ошо дауаханала акушер булып эшләгән Латыпова Асия Шәкүр ҡыҙының юлын һайлай. Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлап, 2011 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһында гинеколог булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Бала тыуҙырыу йортоноң “гөж” килгән мәлендә мәрхәмәтле, ипле аҡ халатлының күпме әсәләргә йөктән имен бушанырға ярҙам ҡулы һуҙыуы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлегендә төплө кәңәштәре менән һау-сәләмәт бала тыуҙырыуға нигеҙ һалыуы тураһында күптәрегеҙ, һис шикһеҙ, хәбәрҙар.

 Тынғыһыҙ эшенән һуң сабыйҙарына, һөйөклөһөнә лә йөрәк йылыһын бүлергә, хәстәрлек күрһәтергә әмәлен таба Лилиә. Икенсе яртыһы - алтын ҡуллы мастер, булдыҡлы атай, ныҡлы донъя терәге Илшат Гилмихан улы менән улар береһенән-береһе теремек өс ул үҫтерә. Иң тәүге мөхәббәт емештәре Тимур Мораҡ башҡорт гимназияһының 2-се класында уҡый, ә Эмиль менән Эмир әлегә балалар баҡсаһына ғына йөрөй.

 Ғаиләһенә булған һөйөүе, үҙе кеүек әсәлек бурысын ҙур ғорурлыҡ, рухи ҡәнәғәтлек менән иңләгән гүзәл заттарға ҡарата мәрхәмәтлелеге, күңел сафлығы һәм “улдарым” тип йән атып тороуы уны нәзәкәтле, һөйкөмлө гүзәл зат итә лә инде. Бары тик Лилиә кеүек гөл-сәскәләй балҡып, изге ғәмәлдәр ҡылырға ашығыусы Әсәләр генә был еребеҙҙе нурлы итә.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: