“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ маршруты табиптары күсмә бригадаһы район халҡына медицина ярҙамын күрһәтеүҙе дауам итә.
Өс көн дауамында – 1 августан 3-өнә тиклем улар Хоҙайбирҙин, 4-5 августа Йомағужа ауылында эшләне, республика кардиоүҙәге, Күмертау ҡалаһының “Сәләмәтлек үҙәге”, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы белгестәре пациенттарҙы ҡабул итте, күсмә маммограф, флюорограф эшләне. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында йөҙләгән кеше улар хеҙмәте менән файҙаланды, тикшереү үтте, консультация һәм дауаланыу алды. Ауыл халҡы мобиль бригадалар эшенән ҡәнәғәт һәм мөмкинлектән файҙаланып бөтә медицина тикшереүҙәрен үтеп ҡалырға тырыша.
Табиптарҙың ваҡыты тығыҙ, ҡабул итеүгә кеше күп килә, Хоҙайбирҙин зонаһында ғына “Сәләмәтлек үҙәге” белгестәре - 150, кардиолог 100-ҙән ашыу пациент ҡабул иткән, маммографины – 88, флюорографияны 141 кеше үткән.
- “Сәләмәтлек поездарында” тикшеренеү кеше өсөн артабан дауаланыуға этәргес булып тора. Пациент ошонда уҡ төплөрәк тикшеренеү йәки дауаханаға ятыу өсөн йүнәлтмә ала ала, - тиҙәр белгестәр.
Автопоездың киләһе маршрутын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
- 8, 9, 10 августа – Мораҡта;
- 11, 12 августа – Исемдә;
- 15, 16 августа – Мәҡсүттә.