Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Август 2022, 15:38

Үҙ эшенең оҫтаһы ул

 - Тынғыһыҙ булһа ла, мин эшемде яратам һәм “медицинала осраҡлы кешеләр булмай” тигән фекер менән килешәм, - ти Рита Аҡкилдина.  Ул 2007 йылдың мартынан бирле Аралбай фельдшер-акушерлыҡ пуктында эшләй. Тәжрибәле фельдшер намыҫлы хеҙмәте менән генә түгел, алсаҡлығы, кешелеклеге менән дә күптән инде урындағы халыҡтың ихтирамын яулап өлгөргән.  Яуаплы хеҙмәткәр бөркөттәй ике улдың изгелекле әсәһе лә, тормош иптәше өсөн ышаныслы, хәстәрлекле ҡатын да. Рита менән Филүс Аҡкилдиндарҙың татыу ғаиләһе – Аралбайҙың ҡото, йәме.

Үҙ эшенең оҫтаһы ул
Үҙ эшенең оҫтаһы ул

 Ул 1984 йылдың сентябрендә Воскресенка ауылында эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Атаһы Хәсән Хөснулла улы ғүмер баҡый “Октябрь” колхозында механизатор булып тир түгә, әсәһе Нурия Рафаил ҡыҙы һауынсы, аҙаҡ ауылда ферма бөтөрөлгәс социаль хеҙмәткәр булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Исҡужиндар ғаиләһе тәүҙә Ишембай районында йәшәп, аҙаҡ ғаилә башлығының тыуып-үҫкән ауылы – Аралбайға ҡайтып төпләнә. Алтын ҡуллы, ныҡ елкәле, хәстәрлекле ир ҙур итеп ҡарағай йорт һала, хәләл ефете менән өс балаһын да бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, һәр береһенә йөрәк наҙын тейешенсә бүлеп үҫтерә, уларҙы имен-аман аяҡҡа баҫтыра.

 Семен-Петровский мәктәбен тамамлағас, белемгә әүәҫ ҡыҙ Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Медицина юлын һайлауына һөйөклө өләсәһенең “Ҡыҙым, врачҡа уҡы, укол һалып беҙҙе дауаларһың. Әтеү ниндәй дарыу эсергә кәрәк икәнен дә белмәйбеҙ ҡайһы саҡта, үҙебеҙҙең врачыбыҙ булһа ҡайһылай яҡшы булыр ине” тип биргән кәңәше ҙур этәргес була. Өҫтәүенә бала саҡтан бер парта артында ултырып уҡыған, бергә үҫкән әхирәте Илүзә лә медицина өлкәһен һайлай (изгелекле, ярҙамсыл аҡ халатлы хәҙер Мораҡ үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы – авт.).

 2005 йылда “Шәфҡәт туташы эше” йүнәлеше буйынса ҡулына диплом да ала, өс йыл дуҫлашып йөрөгән күрше ауыл егете Филүс Фәтих улы менән яҙмышын бәйләп, үҙаллы ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Тәүге мөхәббәт емештәре – Рамаҙан тыуғас, сабыйым бәләкәс әле тип тормайынса эшкә сығырға йөрьәт итә.

 2012 йылда ҡулына Өфөгә әҙерлек курстарына йүнәлтмә эләккәс, тәжрибә, өҫтәмә белем эстәү кәрәклеген тойоп белгән хеҙмәткәр фельдшер һөнәренә уҡырға бара. Белемен камиллаштырып ҡайтҡас, өр-яңы көс-дәрт менән йәнә эшенә тотона.

 Хәҙер инде ваҡытлыса ауырлыҡтар артта ҡалған. Рита ла сыныҡҡан, апаруҡ тәжрибә туплаған ышаныслы медицина белгесе. Эргәһендә хәстәрлекле, һөйөклөһөнөң эшен аңлаған тормош юлдашы булыуы ла аҡ халатлының тормошон нурлы итә. Матур парҙың улдары Рамаҙан менән Фидан да ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә. Баҡса үҫтерешергә лә, мал ҡарашырға ла маһирҙар, етмәһә Воскресенка мәктәбенең алдынғы уҡыусылары үҙҙәре! Шулай булмай ни, булдыҡлы атай (үҙен водитель һөнәренә бағышлаған), тынғыһыҙ әсәйҙәре улар өсөн тере өлгө булып тора бит.

 Рита Аҡкилдинаға халыҡтың һаулығы һағында артабан да уяу торор өсөн бөтмәҫ көс-дәрт, матур ғаиләһенә именлек теләйек!

 (Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙа уҡый алаһығыҙ)

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: