Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Июнь 2022, 10:23

Әсәләрҙең терәге, яҡын кәңәшсеһе улар

 Сабыйҙар ауырымай ғына үҫмәй... Нимә генә булмаһын, бәләкәсеңде ҡосоп йәки етәкләп һәм өмөт тулы күҙҙәреңде төбәп балалар табибына бараһың. Бәхеткә күрә, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында һәр ата-әсәгә ярҙам ҡулын һуҙырҙай аҡ халатлылар байтаҡ.  Медицина көнө уңайынан уҙғарылған сарала бүләкләнеүселәр араһында тап шул ярҙамсыл, кеселекле участка табип-педиатрҙарҙың булыуы сикһеҙ ҡыуандырҙы.    Гөлназ Әбдрәхимова (“Мораҙым” баҫмаһы дуҫтарына ул яҡшы таныш!) Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Әсәләрҙең терәге, яҡын кәңәшсеһе улар
Әсәләрҙең терәге, яҡын кәңәшсеһе улар

 Балаларға иғтибарлы, әсәләргә ихтирамлы Линар Абдуллин район хакимиәтенең, һәр саҡ мөләйем, алсаҡ йөҙлө булып ҡала белгән Таңһылыу Ғималова Мораҡ үҙәк район дауаханаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 Үҙ эшенә яуаплы ҡараусы намыҫлы, тәжрибәле табиптарға ҡарайһың да, “Балаларыбыҙҙың һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа!” – тип тынысланып ҡуяһың.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: