+11 °С
Болотло
Бәхеткә күрә, районыбыҙҙа ышаныслы, тәжрибәле, кешелекле аҡ халатлыларыбыҙ байтаҡ. Ауылдарҙа фельдшерҙар – халыҡтың терәге, уң ҡулы. Был өлкәлә водителдәр, йыйыштырыусылар ҙа эшен яуаплы башҡарып, һаулыҡ өлкәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Эшкә бөтмөр хеҙмәткәрҙәр араһында ҡул эштәре оҫталары, сәскә үҫтереүселәр ҙә байтаҡ. Фойела ойошторолған матур күргәҙмәләр аҡ халатлыларҙың бай фантазияһын, уңғанлығын күрһәтте.