Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Май 2022, 11:47

Кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеп

Шәфҡәт туташы... Эш һөймәгән һәм кешеләргә мәрхәмәтле, миһырбанлы була белмәгәндәр был һөнәрҙе һайламайҙыр ҙа.. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, уларға система ҡуйыу, температура, ҡан баҫымын даими күҙәтеү аҫтында тотоу, ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡулдан ашатыу һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эште башҡарыр өсөн бит таһыллыҡ та, етеҙлек тә кәрәк. Ә Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә, реанимацияла эшләүсе шәфҡәт туташтарына айырыуса!  Шуларҙың береһе – анестезист, шәфҡәт туташы Рима Үлмәҫбаева тураһында булыр һүҙебеҙ ҙә. Алсаҡ йөҙлө, талапсан, коллегалары һәм халыҡ араһында абруйы булған намыҫлы хеҙмәткәрҙең реанимацияла эшләүенә тиҙҙән утыҙ йыл тула.

Кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеп
Кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеп

- Еңел булмаһа ла, эште яратҡас барыһына ла күнегелгән. Күпселек операциянан һуң, юл һәләкәтенә осраған, эсеп ағыуланып комаға киткәндәр, йәғни ныҡ ауыр хәлдәгеләр ята беҙҙә. Йәйгеһен балалар травмаһы арта. Хирургия бүлеге менән берлектә, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп эшләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ, шунһыҙ булмай был заманда, - тип ҡыҫҡаса әйтеп үтте аҡ халатлы.

 Рима Хәлил ҡыҙы Ғәзиз ауылында эшһөйәр, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. 1989 йылда Мораҡ 2-се урта мәктәбен тамамлаған алдынғы уҡыусыға ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған атаһы ҡәтғи рәүештә әйтә:”Йә мед, йә пед, ҡыҙым, алдыңда ике генә юл!” Әлбиттә, ҡыҙҙа аҡ халат кейеп кешеләргә ярҙам итеү теләге өҫтөнлөк ала. Ул Салауат медицина училищеһына уҡырға инә.

 Ҡулына диплом алғас, Рима тыуған яғына эшкә ашҡынып ҡайта. Хеҙмәт юлын 1992 йылда Побоище ауылында фельдшер булараҡ башлай. Бер йылдан эшкә яуаплы ҡараған, тилбер ҡуллы, төплө белемле өмөтлө белгесте Мораҡ район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә саҡыртып алалар. Шунан бирле иңдәренә төшкән бурыстарҙы ҙур намыҫ менән атҡара, фиҙаҡәр эше һәм күркәм булмышы менән етәкселектең, коллегаларының, тыуған район халҡының ихтирамына лайыҡ була.

 Намыҫлы хеҙмәткәр өс баланың изгелекле, хәстәрлекле әсәһе лә, тормош юлдашы – Фәрит Абдулла өсөн ышаныслы, һөймәлекле ҡатын. “Яҡындарыңдың эшеңде хөрмәтләп, һәр саҡ хәлгә инә белеүҙәре лә – үҙе бер бәхет”, - ти шәфҡәт туташы.

 Ә алда тынғыһыҙ йәнле, шәфҡәт нуры өләшеүсе аҡ халатлыға коллегалары, хирургия бүлеге табиптары һәм туташтары менән бергә күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙаһы, өмөт һүнгән күҙҙәрендә йәшәү сатҡыһын уятаһы бар әле. Беләктәренән көс китмәһен дә, йөрәктәрендә дәрт һүнмәһен, кешеләргә булған мәрхәмәтлектәре үҙҙәренә йөҙләтә изгелек булып ҡайтһын! 

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: