Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Февраль 2022, 14:58

Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, тәжрибә туплап

 Ай дауамында практика үтеп, үҙҙәрен һөнәри әҙерлеккә һынап ҡараған буласаҡ медицина белгестәре өсөн Мораҡ үҙәк район дауаханаһында тантана үтте.  Район хакимиәте вәкиле Михаил Чижков студенттарҙы практикаларын уңышлы тамамлауҙары уңайынан ихлас тәбрикләп, уларҙы район хакимиәте һәм район Советы исеменән рәхмәт хаттары, сәскәләр менән бүләкләп үтте. - Һеҙҙең бурысығыҙ изге – кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү. Бер ай буйы һеҙ, 19 студент, үҙегеҙҙе был һөнәрҙә һынап, урындарҙа эшләгән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, кешеләргә ҙур ярҙам күрһәттегеҙ, заман сиренә бәйле көсөргәнешле мәлдәрҙә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ әһәмиәтле, бик урынлы булды, - тип әйтеп үтте ул.

Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, тәжрибә туплап
Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, тәжрибә туплап

 Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-се, 5 –се, 6 – сы курс һәм Салауат медицина колледжының 4 -се курс студенттарының күбеһе Мораҡ үҙәк район дауаханаһында, бер нисәһе Йомағужа һәм Тәүәкән табиплыҡ амбулаторияһында практика үткән. Тантаналы сарала  студенттарҙың 12-һе генә ҡатнашты. Кемдәре  хеҙмәт “яланын” ташларға ҡыймаған, ҡайһы берәүҙәренә тап шул көндө “выездной” бригада менән ауылға сығырға тура килгән.

 Студенттарға, йәғни буласаҡ медицина белгестәренә, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш врачы Наил Абдуллин һәм баш врач урынбаҫары Ирина Рябова ла оло рәхмәтен еткерҙе, уларҙың киләсәктә районға эшкә ҡайтыуҙарына ҙур ышанысын белдерҙе.

 “Практика оҡшаны!” – тип бер тауыштан яуап биреүсе перспективалы белгестәрҙең яҡын киләсәктә район дауаханаһына ҡайтып һаулыҡ һағына баҫыуҙарына, ысынлап та, ышанысыбыҙ ҙур.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: