Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2022, 09:11

ПЦР тестар һөҙөмтәһе ниңә оҙаҡ килә?

Социаль селтәрҙә был хәлгә бәйле ризаһыҙлыҡ белдереү осраҡтары бик күп.

ПЦР тестар һөҙөмтәһе ниңә оҙаҡ килә?
ПЦР тестар һөҙөмтәһе ниңә оҙаҡ килә?

Республикаға идара итеү үҙәге проекты етәксеһе Елена Прочаковская коронавирус буйынса штаб ултырышында ошо турала белдерҙе.

Штаб ултырышын, һәр ваҡыттағыса, Радий Хәбиров алып барҙы. Төбәктәге Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ПЦР тестарына бәйле хәлде тикшерергә ҡушылды. Радий Хәбиров шулай уҡ поликлиникаларҙағы сират тураһында һораны. Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһы буйынса, һуңғы ваҡытта поликлиникаларҙағы сиратҡа бәйле көсөргәнешле хәл бер аҙ һүрелә төштө. Был аңлашыла ла, сөнки 31 ғинуарҙан Башҡортостанда барлыҡ өлкәндәр поликлиникалары ялһыҙ иртәнге 7 сәғәт 30 минуттан төнгө сәғәт 10-ға тиклем эшләй. ПЦР анализын поликлиникала 19 сәғәт 30 минутҡа тиклем тапшырырға мөмкин.

Һуңғы аҙнала Республикаға идара идеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары теркәгән мөрәжәғәттәр һаны буйынса тотош һаулыҡ һаҡлауға һәм, атап әйткәндә, коронавирусҡа ҡағылған темалар беренсе урынды биләй. 31 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем “Инцидент-менеджмент” системаһы аша республика халҡынан - 1314, “Кире элемтә платформаһы” аша йәнә 1413 мөрәжәғәт килгән.

Максим Забелиндан факттар

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә коронавирус менән 1678 кеше сирләгән. Был - яңы антирекорд.

Зубов ауылындағы Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә, Өфөләге Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында һәм 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында коронавирус менән ауырыған балалар өсөн бүлектәр эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:

Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге (218-19-19) көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Операторҙар һәм медицина эксперттары халыҡтың һорауҙарына яуап бирә, дауаланыу, дарыуҙар, ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарын арауыҡта асыу тураһындағы мәсьәләләр буйынса консультация бирә.

"Беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм урындағы коллегалар менән бергә ялға китмәйбеҙ – шәмбе лә, йәкшәмбе лә дежурҙа булабыҙ, Халыҡтың власть вәкилдәренә мөрәжәғәттәренең барыһы ла эшкә алынһын өсөн тырышлыҡ һалабыҙ", - тиелә Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә.

Автор:
Читайте нас: