Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Февраль 2022, 11:54

"Мәжбүр итеү булырға тейеш түгел"

Коронавирус сире әле ҙур тиҙлек менән тарала. Ошо йәһәттән оператив штаб ултырышында ниҙәр тураһында әйтелде?

"Мәжбүр итеү булырға тейеш түгел"
"Мәжбүр итеү булырға тейеш түгел"

Февралдең тәүге аҙнаһында республика поликлиникаларында һәм амбулаторияларында COVID-19 менән сирләгән пациенттарҙың күплегенә бәйле хәлде яйға һалыуға өлгәшелде.

Өфө районындағы Республика клиник инфекция үҙәгендә, шулай уҡ Республика клиник инфекция дауаханаһында һәм 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында коронавирус менән ауырыған балалар өсөн бүлексәләр асыла. Был турала 4 февралдә коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы ултырышында хәбәр иттеләр. Уны видеоконференция тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

– Төбәктә COVID-19 менән сирләү осраҡтары арта. Уҙған аҙнала 110 процентлыҡ үҫеш теркәлде. Үткән тәүлектә генә – 1 678 сирле. Был яңы антирекорд, – тине вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Шул уҡ ваҡытта дауаханаға һалыу һанының артмауын билдәләйбеҙ. Пациенттарҙың күпселеге өйҙә дауалана. Инфекция үҙәктәрендә 2 564 урын бар, буш койка фонды 24 процент тәшкил итә. Мөрәжәғәттәрҙең иң ҙур өлөшө беренсел звеноға – поликлиникаларға һәм амбулаторияларға тура килде. Ләкин Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары һәм ординаторҙары ярҙамы менән пациенттар ағымын кәметеүгә өлгәшелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 ғинуарҙан Башҡортостанда бөтә өлкәндәр поликлиникалары иртәнге 8-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй башланы. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа 19.30 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау учреждениелары табиптарына һәм медицина персоналына ошо көндәрҙә эште ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Поликлиникаларҙа сиратҡа бәйле хәлде яйға һала алғанығыҙ өсөн рәхмәт. Өлкән коллегаларына ярҙамға килгән студенттарға һәм ординаторҙарға айырым рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәрендә халыҡ йышыраҡ ПЦР-тест һөҙөмтәләрен көтөүе хаҡында һөйләүен хәбәр итте.

– Хәҙер бөтә лабораториялар ҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тест үткәреү кимәлен ике тапҡырға тиерлек – 100 мең кешегә 800 анализға тиклем арттырҙыҡ, – тине Максим Забелин.

Был көндәрҙә республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәге операторҙарына ла көсөргәнеш артҡан. (347) 218-19-19 телефоны буйынса "ҡыҙыу линия" көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса үҙәктә консультанттар һаны арттырылды. Бында 97 оператор һәм медицина эксперты эшләй, улар халыҡтың һорауҙарына яуап бирә, дауалау, медикаменттар алыу, эшкә яраҡһыҙлыҡ биттәрен дистанцияла асыу мәсьәләләре буйынса консультация бирә.

Оператив штаб ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа ҡаршы вакцинация темпы тураһында һөйләне. Республикаға бөтәһе 2 914 858 доза вакцина алынған. 4 февралгә мәғлүмәттәр буйынса, уның беренсе компонентын 2 383 340 кеше эшләткән. 2 222 265 граждан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был - прививка яһатырға тейешле халыҡтың 95,9 һәм 89,4 проценты. Муниципалитеттарҙың күбеһендә ошо йәһәттән күрһәткес 100 проценттан ашыуға еткән. Прививка кампанияһының түбән темпы – 80 проценттан кәм – элеккесә Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта. Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты вакцинациялауҙы көсәйтергә ҡушты.

Үткән аҙнала төбәк балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник-М” вакцинаһының тәүге 2 800 дозаһын алды. 4 февралгә 12-нән 18 йәшкә тиклемге 1 950 уҡыусы прививка ҡаҙатҡан. Төбәк етәксеһе балаларға вакцинация яһау үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт-аңлатыу эшен дауам итергә ҡушты.

– Иң мөһиме – бер ниндәй ҙә мәжбүр итеү булырға тейеш түгел. Ата-әсәнең ирекле ризалығы буйынса ғына, – тине Радий Хәбиров.

Уҙған аҙнала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре муниципалитеттар менән берлектә брифингтар ойошторҙо һәм киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһаны.

– Беҙ балалар, үҫмерҙәр өсөн прививкаларҙың файҙаһы һәм хәүефһеҙлеге тураһында ентекле һөйләйбеҙ. Йәмәғәтселек фекере лидерҙары үҙ миҫалында вакцина яһауҙың мөһимлеген, кәрәклеген күрһәтә, – тине Максим Забелин. – Шул уҡ ваҡытта хәлдең насарайыу ихтималлығына әҙерләнәбеҙ, Өфө районы Республика клиник инфекция үҙәгендә, шулай уҡ Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһында, Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында COVID-19 ауырығандар өсөн балалар бүлексәләрен асабыҙ.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика мәктәптәрендә коронавирусҡа бәйле хәлдең көсөргәнешле була барыуы тураһында һөйләне.

– Әгәр уҙған аҙнала сирләгән уҡыусылар иҫәбе уҡыусыларҙың 0,67 процентын тәшкил итһә, 4 февралгә был күрһәткес 1,9 процентҡа тиклем артты, – тине Айбулат Хажин. – Уҡытыусылар араһында сирләү осраҡтары күберәк – эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алған педагогтарҙың алты проценты тиерлек. Муниципалитеттар ҡарары буйынса, 216 мәктәп һәм 14 колледж карантинға ябылған. Сирле уҡыусылар һаны күп булыу сәбәпле Өфө мәктәптәренең яртыһын да дистанцияла эшләүгә күсергәндәр.

Республиканың "Роспотребнадзор" идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итеүенсә, уҡыусыларҙы муниципаль оперштабтар ҡарары буйынса ситтән тороп уҡыуға күсереү мәктәптәрҙә COVID-19 сиренең таралыуын туҡтатыуға булышлыҡ итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала-район етәкселәренә уҡыу йорттарын карантинға ябыуҙан эҙемтәләрҙе ентекле уйларға ҡушты.

– Балалар өйҙә яңғыҙ ҡала, ә уларҙың ата-әсәһе – эштә. Өйҙә һәм урамда уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләре килеп тыуа, – тип иҫкәртте Радий Хәбиров. – Ҡарар ҡабул иткәндә эҙемтәләре хаҡында уйланығыҙ.

Оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров Туймазыла һәм Сибайҙа яңы COVID-госпиталдәр төҙөү темпын көсәйтергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә республика Башлығы видеоконференция бәйләнеше режимында ошо ҡалаларҙа инфекция үҙәктәре төҙөлөшөнә старт бирҙе.

– Февраль аҙағына тиклем – Туймазыла, ә марттың тәүге яртыһында Сибайҙа госпиталь асырбыҙ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына муниципалитеттар менән берлектә Туймазыла һәм Сибайҙа COVID-госпиталдәрен асыуҙы иҫәпкә алып, көстәрҙе һәм сараларҙы яңынан төркөмләүҙе уҙғарырға, яңы инфекция үҙәктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренең штат исемлеген төҙөргә ҡушты.

– Коронавирусҡа бәйле хәлдең үҫешендә һынылыш осоро башлана. Беҙгә кешеләрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем ситтән тороп эшләү режимына күсерергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:
Читайте нас: