Мораҙым
-3 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Января 2022, 04:02

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Нимәләр тыйыла?

Добавить в предпочтительные источники Google
Указға йәнә үҙгәрештәр индерелдеУказға йәнә үҙгәрештәр индерелде
Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, һуңыраҡ ваҡытҡа һәм махсус күрһәтмәгә тиклем күмәк физкультура һәм мәҙәни саралар (фестивалдәр, смотрҙар, конкурстар) уҙғарыу күсерелә.

30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләгән йәки саҡырылған хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар уҙғарыу тыйыла.

Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороуҙан һәм үткәреүҙән тыйылырға тейеш (уларҙың ризалығы буйынса).

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:
Читайте нас