Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Ғинуар 2022, 10:33

“Сирҙең сираттағы тулҡынына әҙер булырға тейешбеҙ”

Ковидтың яңы төрөн йоҡтороу осраҡтары илдең 13 төбәгендә теркәлгән.

“Сирҙең сираттағы тулҡынына әҙер булырға тейешбеҙ”
“Сирҙең сираттағы тулҡынына әҙер булырға тейешбеҙ”

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн тәртибендә – “омикрон” штамы таралыу шарттарында һаулыҡ һаҡлау системаһының эшкә әҙерлеге, ковидҡа ҡаршы прививка кампанияһы барышы, санитария-эпидемиологик нормаларҙың һәм вакцина яһатмағандар өсөн сикләү сараларының үтәлеше.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, “омикрон” штамы таралыуға бәйле, тиҙҙән Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, коронавирустың сираттағы тулҡын көтөлә. Ковидтың яңы төрөн йоҡтороу осраҡтары илдең 13 төбәгендә теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда өс кеше сирләгән.

“Роспотребнадзор” мәғлүмәте буйынса, “омикрон” коронавирустың башҡа әүәлге төрҙәренә ҡарағанда йоғошлораҡ, инкубация осоро ла ҡыҫҡараҡ, ул тиҙерәк тарала.

– Әлегә республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә беҙ яҡын арала ауырыуҙың “омикрон” тыуҙырған сираттағы тулҡыны менән осрашыуға әҙер булырға тейешбеҙ. Шуға медицина учреждениеларында койкалар резервын күҙ уңында тоторға, дарыуҙар запасын тупларға, ирекмәндәр штабының эшен йәнә ойошторорға кәрәк. Ә иң мөһиме – санитария-эпидемиологик сараларҙың үтәлешенә контролде көсәйтеү.

Мәғлүм булыуынса, 12 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау системаһының “омикрон” штамына ҡаршы көрәшкә әҙерлеген тәьмин итергә ҡушҡайны.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, 14 ғинуарға республикала коронавирус сирен йоҡторғандарҙың дөйөм һаны – 124855 кеше. Тәүлек эсендә 207 кеше сирләп киткән. Бөтәһе 115777 кеше һауыҡҡан, уларҙың 239-ы – уҙған тәүлектә. Төбәктәге дауаханалдарҙа ковид менән ауырығандар өсөн  1545 урын булдырылған. Буш койка фонды 38 процент тәшкил итә.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы күмәк вакцинация дауам итә. Республика үҙебеҙҙә эшләнгән 2 914858 доза вакцина алған. 14 ғинуарға ҡарата, 2237936 кеше вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан,  2114688 кеше уны тулыһынса тамамлаған. Был – вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 90,1 һәм 85.1 проценты.

Әйткәндәй, Башҡортостанда поликлиника регистратураһы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алдан яҙылып, 178 вакцинация пунктында привика һалдырырға мөмкин.

Радий Хәбиров, 17 ғинуарҙа, ҡышҡы каникулдан һуң, республика мәктәптәре эшләй башлай, тип хәтергә төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта оғошло ауырыу билдәләре бер аҙ ғына күҙәтелгән осраҡта ла йылдам эш итеү өсөн мәғариф учреждениеларына инеүгә ҡәтғи контроль булдырыу, быға медицина инспекторҙарын йәлеп итеү шарт.

– Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа бала үҙен насар тоя икән, ул өйҙә ҡалырға тейешлеген аңларға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә белем биреү учреждениелары етәкселәренә уҡыу алдынан ата-әсәләр йыйылышын үткәрергә һәм быны ентекле аңлатырға кәрәк. Мәктәптәрҙә ауырыуҙың таралыуына юл ҡуйырға ярамай.

Автор:
Читайте нас: